Һуңынан ошо арала нәшриәттә донъя күргән башҡорт телендәге китаптар авторҙарына һүҙ бирелде. Уҡытыусы Лилиә Мусина үҙенең китаптары менән таныштырҙы. Шулай уҡ "Бориска менән Башайканың йыһан мажаралары" китабы авторҙары Илмира Вәлиева һәм Жанна Кобзева, "Көлһылыу менән Ҡыҙыл Башлыҡҡай мажаралары", "Күмәс өй", "Ал сәскә" китаптарын әҙерләү буйынса күп көс һалған Алһыу Хамматова һүҙ алды. Балалар яҙыусыһы, "Аҡбуҙат" журналының яуаплы сәркәтибе Миңлегөл Тайсина башҡорт балалар баҫмаларының йәш быуынды тәрбиәләүҙәге роле тураһында бәйән итте. Матур сарала балалар ҙа ихлас ҡатнашты.
"Китап"тан бер кем дә буш ҡул менән ҡайтып китмәне. Нәшриәт әҙерләгән китап-бүләктәр һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Балаларыбыҙ туған телдәрен белеп үҫһен, үҙ телендә аралашһын, үҙ телендә уҡыһын, тигән изге теләктәр теләйбеҙ!