-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ноябрь 2021, 11:30

Грипп ауырыуы

Грипп ауырыуы йоғошло һәм тиҙ таралыусан. Ул халыҡҡа бик ҙур зыян килтерә. Грипп һауа аша йәки ауырыу ҡулланған  әйберҙәр аша йоға.  Ауырыу һөйләшкәндә, йүтәлләгәндә, сөскөргәндә тирә-яҡ һауаға вирустар сәсә.

Грипп ауырыуы
Грипп ауырыуы

 

 Грипп ҡапыл, һиҙҙермәйенсә башлана. Кешенең температураһы күтәрелә. Ауырыу хәлһеҙләнә, тымаулай һәм йүткерә. Ауырыуҙы постелгә ятҡырырға һәм табип саҡыртырға кәрәк. Ауырыуға айырым һауыт-һаба ҡулланыу, уларҙы ҡайнар һыу менән һабынлап йыуыу мотлаҡ. Ауырыған кешегә йылы һөт һәм ҡурай еләге ҡайнатмаһы менән  сәй эсерәләр. Ауырыу ятҡан бүлмәне йыш елләтеү талап ителә. 
Тәнде сыныҡтырыу, саф һауала күп булыу гриптан һаҡлай. Саңғы, санала  шыуығыҙ һәм походка йөрөгөҙ! Урманда йыш булығыҙ! Былар һеҙҙе сыныҡтырыр.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: