-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Октябрь 2021, 15:52

ЫСЫН ДУҪЛЫҠ

* * *   Ҡышҡылыҡҡа кеше үҙенә аҙыҡ-түлек әҙерләй: иген урып һаҡлай, картуф ҡаҙып ала, ҡайнатма ҡайната, еләк-емеш киптерә, йәшелсә тоҙлай. Ҡышҡа йәнлектәр ҙә, ҡоштар ҙа әҙерләнә.

ЫСЫН  ДУҪЛЫҠ
ЫСЫН ДУҪЛЫҠ
Йомран баҫыуҙан өңөнә иген ташый. Һыу ҡомағы ояһын картуф менән тултыра. Тейен бәшмәк киптерә, ағас ярыҡтарына сәтләүек йыйып ҡуя. Уның келәте юҡ.  Шуға күрә  ул аҙыҡты төрлө ағас ярыҡтарына йәшерә.
Ҡыш еткәс, ул төрлө ағастарҙан үҙе йәшергән аҙыҡтарҙы эҙләй. Бына ни өсөн тейен бер ҙә тик тормай, ағастан ағасҡа һикереп йөрөй икән! Уның йыйған аҙыҡтарын ҡоштар ҙа эҙләйҙәр, бергәләп ашайҙар. Бына ниндәй дуҫтар улар. Берәү - бөтәһе өсөн, бөтәһе - берәү өсөн тырыша.
 
("Аҡбуҙат")
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: