+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Октябрь 2021, 19:20

Асыу

Хәлит бик көслө, батыр малай булған. Мәктәптә уның кеүек көслө малайҙар башҡа булмаған тиерлек. Ул барыһынан да игерәк Нуретдин исемле малай менән эләгешер һәм көс һынашыр булған...

Асыу
Асыу

Хәлит бик көслө, батыр малай булған. Мәктәптә уның кеүек көслө малайҙар башҡа булмаған тиерлек. Ул барыһынан да игерәк Нуретдин исемле малай менән эләгешер һәм көс һынашыр булған. 

Бер ваҡыт улар мәктәп эргәһендә көрәш ойошторғандар. Нуретдин еңелгән һәм класҡа ингәс, асыуынан Хәлиттең дәфтәрен һыҙғыслап бөтөргән. Был, әлбиттә, Хәлиттең асыуын килтергән. Ул яуап итеп дошманының битенә тос йоҙроғо менән тондорған. Нуретдиндең танауынан аҡҡан ҡан кейемдәрен, кластың иҙәнен бысратҡан.

Уҡытыусы уларҙы насар тәртиптәре өсөн әрләгән саҡта Пәйғәмбәребеҙҙең ошо һүҙҙәрен ҡабатлаған: 

"ДОШМАНЫН ЕҢГӘН КЕШЕ ТҮГЕЛ, Ә АСЫУЫН ЕҢГӘН КЕШЕ КӨСЛӨ". 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: