-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Октябрь 2021, 16:36

АТАЙЫМ МЕНӘН ҒОРУРЛАНАМ!

АТАЙЫМ МЕНӘН ҒОРУРЛАНАМ!
АТАЙЫМ МЕНӘН ҒОРУРЛАНАМ!

Нурғәлина Илүзә, Бөрйән районы Байназар мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы:

Минең атайым Нурғәлин Илдус Яңы Собханғол ауылында тыуған. 1978 йылда 1-се класҡа уҡырға барған, 1989 йылда мәктәпте бөткән. Артабан Ҡурғашлы СПТУ-һында тракторист һөнәрен ала, әрме сафтарында хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар колхозда тракторист булып эшләне. Бик күп грамоталары, бүләктәре әле лә һаҡлана. Әлеге ваҡытта Рушан ағайҙың фермаһында мал ҡарай. Атайым йырлай ҙа, гармунда ла уйнай, бейергә лә ярата. Беҙҙе йәй көнө еләккә, муйылға алып йөрөй. Атайымдың белмәгән эштәре юҡ, күп эштәрҙе үҙе башҡара. Тәмле итеп ашарға ла бешерә.
Мин атайым менән ғорурланам!

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: