+17 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Октябрь 2021, 21:57

Байрам саҡ боҙолмай ҡалған...

Октябрҙең тәүге көнөндә Өфөнөң 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәбенең 2 в синыфында ҡот осҡос хәл килеп тыуған: билдәһеҙ бер әҙәм синыф чатын яулап алған!

Байрам саҡ боҙолмай ҡалған...
Байрам саҡ боҙолмай ҡалған...

 

Октябрҙең тәүге көнөндә Өфөнөң 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәбенең 2 в синыфында ҡот осҡос хәл килеп тыуған: билдәһеҙ бер әҙәм синыф чатын яулап алған! Балаларға видеомөрәжәғәт һалып, уларҙың "Уҡыу йылының бер айы артта ҡалды" тигән сәй байрамын боҙорға уйлай.

Әммә был турала тылсымлы Аҡбуҙат белеп ҡала һәм балаларға ярҙам итергә була. Сабып килеп етеп, бөтә хәйләле һораулы урындар тупланған картаны балаларға бирә. Дошмандың талабы шундай була: бөтә бирелгән эштәрҙе тиҙ, әүҙем һәм татыу үтәлергә тейеш.

Балалар етеҙ генә кейенеп, Сағыу паркына йүнәлделәр. Паркта улар бергәләп кәңәшләшә-кәңәшләшә бирелгән бөтә һорауҙарға яуап бирҙе, һәм, ниһайәт, сәй өҫтәленә килеп еттеләр. Төрлө тәмлекәстәр менән һыйланып, ҡайнар сәй эстеләр, эҙләнеүҙәр ваҡытында алған тәьҫораттары менән бүлештеләр. Аҙаҡ күлдә йөҙгән өйрәктәрҙе күҙәттеләр. Бергәләп үткәргән байрамға ҡыуандылар.
Бер ай уҡыу йылы үтеүгә арналған Сағыу паркындағы квест уйын һәм сәй мәжлесе Башҡортостандың суверенитет көнөнә бағышланды.

Байрам саҡ боҙолмай ҡалған...
Байрам саҡ боҙолмай ҡалған...
Байрам саҡ боҙолмай ҡалған...
Байрам саҡ боҙолмай ҡалған...
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: