+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Сентябрь 2021, 12:45

"Аҡбуҙат" журналы - Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында

Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттар борондан ата-бабаларының аҫаба ерендә көн итә. Бында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының төп баҫмаһы " Башҡортостан ҡыҙы"на нигеҙ һалған балалар яҙыусыһы Кәтибә Кинйәбулатова, күренекле яҙыусылар Ҡадир Даян, Рамаҙан Шәғәлиев, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев, Башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы Нуриәғзәм Таһиров, данлыҡлы йырсылар Раил Кучуков, Вәкил Вәкил Йәләлетдинов, ғәлим Двмир Вәлиев, спортсылар Эльбрус Ниғмәтуллин, Денис Шафиҡов, Хәбир Сөләймәнов тыуған, эшләгән.

"Аҡбуҙат" журналы - Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында
"Аҡбуҙат" журналы - Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында

Балаларға бына ошолар хаҡында һөйләүҙән башлап ебәрҙе " Аҡбуҙат" журналы менән осрашыуҙы баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Ҡонашаҡ районының Тахталым урта мәктәбе Хәлит ауылында урынлашҡан. Бында 303 бала белем ала. Осрашыуға 2-се, 3-сө класс уҡыусыларынан 40-ҡа яҡын бала йыйылды. Уларға башҡорт ырыуҙарының, шәжәрә тураһында ла бәйән ителде. Уҡыусылар бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙың һәр береһенә "Аҡбуҙат" журналы бүләк ителде. Әйткәндәй, баҫманың сентябрь һанында Силәбе өлкәһе балаларының эштәре баҫылып сыҡты.
Балаларға шулай уҡ китаптар, "Урал батыр" комиксы таратылды.
Викторина һорауҙарына иң күп дөрөҫ яуап биргән 3-се класс уҡыусыһы Гөлназ Хәкимоваға башҡортса шрифтлы планшет бүләк ителде.
Аҙаҡ уҡыусылар " Урал батыр" йәнһүрәтен ҡараны. "Балалар менән бәйләнеште нығытыу маҡсатында уларҙың яҙмаларын, һүрәттәрен "Аҡбуҙат" журналына тәҡдим итәсәкбеҙ!"- тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Балаларҙың класс етәкселәре Эльза Фәйзуллина менән Зөлфиә Вәлиева балаларҙың эштәрен ебәрергә вәғәҙә биреп ҡалды.

Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас: