+29 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Сентябрь 2021, 09:48

Башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәләр

Күрше төбәктәрҙә йәкшәмбе мәктәптәре әүҙем эшләп килә.

Башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәләр
Башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәләр

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы йәкшәмбе мәктәбендә балалар башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеп кенә ҡалмайҙар, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр.

 

- “Атайсал” башҡорт телен һөйөүселәр клубы эшләй, шулай уҡ балалар менән шәжәрәләр өйрәнәбеҙ, халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә лә иғтибар бүләбеҙ, - ти уҡытыусы Рауза Мусина.

 

Яр Саллыла йәшәгән башҡорт балалары  ошо йәйҙә Рәсәй төбәктәренән балалар өсөн профилле лагерь сиктәрендә Башҡортостанға, Өфөгә сәйәхәт ҡылған.

 

Был сәфәр хаҡында балалар үҙҙәре айырыуса ҡыҙығып һөйләй. Кескәй милләттәштәребеҙ лагерь дауамында Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында йәшәп, Башҡортостан мәҙәниәтен, тарихын өйрәнгән, театрҙарға йөрөгән, республиканың баш ҡалаһы, уның юғары уҡыу йорттары менән танышҡан икән.

 

 

Башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәләр
Башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәләр
Башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәләр
Башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнәләр
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: