Унда төп геройҙар Ильяс менән Аселдең улы Саматты Өфө ҡалаһынан биш йәшлек Мирас Иҫәкәев уйнап, тамашасы һөйөүен яуланы. Уның “Атай!” тип йүгереп сәхнәгә сығыуынан күҙгә йәштәр тула. Хатта ки, спектакль геройҙары өсөн борсолоп ултырыу ҡапыл ғына юҡҡа сығып, бар иғтибар ошо балаға күсә лә ҡуя һымаҡ.
Премьераның икенсе көнөнә ҡайһы бер тамашасылар тап Мирасты тағы бер тапҡыр күрер өсөн килеүен йәшермәне. Хәйер, спектакль дә үҙенә саҡырғандыр, сөнки тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән ғәҙәти мөхәббәт тарихына тәрән, ҙур мәғәнә һалынған. Бер ваҡытта ла иҫкермәҫ мәғәнә ул. Хыянат, алдашыу аша ауырлыҡтарға осраған геройҙар үҙ хистәрен еңер көс табып, алға табан атлай. Әҫәр уйландыра, тормошта ҡылған ҡайһы бер хаталарыңды танырға мәжбүр итә, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.
Фото: М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.