+9 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Сентябрь 2021, 13:31

Моңһоу көҙ.

Бигерәк тә моңһоу килде быйыл көҙ. Күк көмбәҙен ҡара болоттар ҡаплап алды, ямғыр яуҙы ла, яуҙы. Ел. Ул ағастарҙың һары япраҡтарын әллә ҡайҙарға осора. Ә ағастар шыбыр-шыбыр килә.

Моңһоу көҙ.
Моңһоу көҙ.

 

Әйтерһең дә: "Сәстәремде ипләберәк тара, ауырта бит!" - тиҙәр елгә. Тик ҡайһы бер ағастар ғына төҫтәрен оҙаҡ юғалтмай, йәшел көйө тора. Ерҙе ҡаплаған йәшел үләндәр  ҙә биҙәкле балаҫҡа оҡшап  ҡалған. Шундай матур!
Тирә-яҡта алтын көҙ. Күңелде һағыш сорнай.Тыуған яҡтары менән хушлашып, йылы яҡҡа ҡоштар оса. Уларҙың моңло тауыштары күңелдәге һағышты тағы ла көсәйтеп ебәрә.
Шулай ҙа алтын көҙ кешеләргә шатлыҡ алып килә. Күңелдә йыр тыуа.
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: