+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Август 2021, 10:01

Ул балалар өсөн дә шиғыр-әкиәттәр яҙған...

Бөгөн күренекле башҡорт совет яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының (1969) һәм РСФСР-ҙың (1971) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәйнан ӘМИРИГӘ 110 йәш тулған булыр ине.   

Ул балалар өсөн дә шиғыр-әкиәттәр яҙған...
Ул балалар өсөн дә шиғыр-әкиәттәр яҙған...
 
Ғәйнан Әмири Яңауыл районы Яңы Артауыл ауылында тыуып үҫә.

1927—1930 йылдарҙа Бөрө педагогия техникумында уҡый[1]. 1930 йылда Өфөгә күсә һәм «Йәш төҙөүсе» (хәҙер «Йәншишмә» гәзитендә эшләй. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. 

1938—1942 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була. 1942 йылдың 2 майында 124-се айырым уҡсылар бригадаһы составында Аксаков станцияһынан фронтҡа китә. Гвардияның өлкән лейтенанты Ғәйнан Әмири Мәскәү яны һуғыштарында, Курск дуғаһында, Днепрҙағы, Сталинград өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградлана. 

1946—1947 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең (хәҙер Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте сектор мөдире була. 

1948, 1950, 1955—1957 йылдарҙа «Октябрь» һәм «Әҙәби Башкортостан» журналдарында тәүҙә яуаплы секретарь, һуңғараҡ мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара. 

1949 йылда Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, ә 1951 йылда — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында сектор мөдире. 1952—1955 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Өфө ғилми тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр. 

1982 йылдың 8 октябрендә вафат була һәм Өфөнөң мосолман зыяратында ерләнә.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: