+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Август 2021, 13:10

"ТЫУҒАН БАШҠОРТОСТАНЫМДАН ИЛҺАМ АЛАМ", - ТИ СУЛПАН БИЛАЛОВА

"Аҡбуҙат" журналының тоғро дуҫы, кескәйҙәрҙең күңел кисерештәрен нескә тойоусы рәссам Сулпан Билалова илһам сығанағын тик тыуған Башҡортостаныбыҙҙан ала.

"ТЫУҒАН БАШҠОРТОСТАНЫМДАН ИЛҺАМ АЛАМ", - ТИ СУЛПАН БИЛАЛОВА
"ТЫУҒАН БАШҠОРТОСТАНЫМДАН ИЛҺАМ АЛАМ", - ТИ СУЛПАН БИЛАЛОВА

Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билалова шулай уҡ талантлы дизайнер, педагог һәм төрлө күргәҙмәләр авторы. 

Рәссам Борай ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләләре төрлө район-ҡалаларҙа йәшәгән ваҡытта ла, бәләкәй Сулпандың бала сағы Башҡортостандың Хәйбулла һәм Борай райондарында йәшәгән олатай-өләсәйҙәрендә үтә.

"Әсәйем Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш, атайым көньяҡ районынан. Беҙҙе, балаларын, улар иң беренсе бер районда, аҙаҡ икенсе районда ял итергә ҡалдыра торғайнылар. Шуға күрә лә ике төбәктең мәҙәниәте минең ижадымда үрелеп килә, тип уйлайым. Һүрәттәремдең күбеһе бала саҡ хәтирәләренән сығып яҙыла.

Әбүбәкир һәм Ҡараерек ауылдары, уларҙың иҫ киткес матурлығы, йәнлелеге минең йәрәгемдә мәңгегә уйылған. Тыуған яғыма булған ошо йылы мөхәббәт хистәре, баласаҡ хәтирәләре бөгөнгө көндә лә мине илһамландыра, яңынан-яңы еңеүҙәргә, ижадҡа әйҙәй. Киләсәктә лә "Уралым моңдары" һәм "Мин баласаҡ иленән" тигән темаларға картиналар яҙыуымды дауам итәсәкмен. Бер-нисә йыл элек ойошторолған "Таштар йыйыусы" тип аталған персональ күргәҙмәм дә тыуған еремә, бала сағыма арналғайны. Төрлө-төрлө сағыу таштарҙы мин бәләкәй сағымда уйнап үҫкән Танып һәм Ташлы йылғаларында йыя, ҡәҙерләп һаҡлай инем. 

Хәҙер күптән Мәскәү ҡалаһында йәшәйем, ижад итәм. Бында минең ғаиләм, балаларым. Әммә ләкин, форсат сығыу менән, тиҙерәк Башҡортостаныма, гүзәл еремә, тәпәй баҫҡан төйәгемә ашҡынам. Сөнки минең күңелем, илһамым тик Башҡортостанда.

Ысын рәссам төрлө жанрҙарҙа эшләргә һәм төрлө темаларға яҙырға тейеш, тип иҫәпләйем. Шулай ҙа фигуралы композициялар менән эш итеүҙе яҡын күрәм. Ижадымды ҡарап, күҙәтеп  барыусы замандаштарым булыуына сикһеҙ ҡыуанам!" - тип яҙа Сулпан Билалова.

 

Автор:Минигуль Тайсина
Читайте нас: