+24 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Август 2021, 12:00

"Тарихыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы белеү бәләкәстәр күңелендә рух уята"

“Аҡбуҙат” журналы редакцияһы ишеген асҡан һәр ҡунаҡҡа шатбыҙ. Һарытау өлкәһе Мәҡсүт ауылы ҡыҙы Римма Биктимированың инеп сығыуы, Һарытау башҡорттарының хәле менән таныштырыуы ҡыуандырҙы ла, уйға ла һалды...

 

Илебеҙ буйлап күпме башҡорт үҙ телендә аралашыуҙан мәхрүм. Күпме сабый үҙ телендә бишек йырҙарын тыңламай. Ата-әсәһенә башҡортсалап “әсәй”, “атай” тип өндәшмәй. Күпме бала тамырҙарын, тарихын белмәй үҫә.

Римманың уҡыусылары менән нисек башҡорт телен өйрәнеүҙәрен тыңлауы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, хатта тамаҡҡа төйөр тығыла. Әйтәйек, балалар әсәйҙәр көнөнә төрлө телдәрҙә “Әсәй, мин һине яратам!” тип әйтергә өйрәнә. Бер бала шундай ғорурлыҡ менән, күкрәктәрен киреп баҫып “яратам” тип әйтмәксе була, тик уның урынына “мин һине ярам!” килеп сыға. Был, әлбиттә, телде етерлек кимәлдә белмәүҙән, ятлап алып әйтеүҙән тора.

Римма үҙе башҡорт теле уҡытыусыһы түгел, бер кем дә уға балаларҙы башҡортсаға өйрәтергә ҡушмаған. Намыҫы, теленә булған һөйөүе, халҡы алдындағы бурысы этәрә быға. Ул үҙе башланғыс кластарҙы уҡыта. Уҡыусыларын ныҡ ярата, улар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт урынлашҡан. Иртән ҡосаҡлашып күрешәләр, дәрестәрҙән һуң ҡосаҡлашып хушлашалар. Күмәкләп тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартырға сығалар, ағастар ултырталар, сәскәләр үҫтерәләр, ҡышын мәсеткә (унда һуғыш ветерандарына обелиск ҡуйылған) юлды таҙарталар. Шул арала башҡорт телен дә өйрәнәләр. “Телде беҙ уйын формаһында, төрлө саралар, байрамдар үткәреү аша өйрәнәбеҙ, – ти Римма. – Башҡортостандың ярҙамын тойоу, һәр башланғысыбыҙҙы һәр эшебеҙҙе ҡеүәтләп тороуы ҙур дәрт бирә. Килеп осрашыуҙар, байрамдар ойоштороуҙары, белгестәрҙең ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнарға, уҡ атырға, башҡорт йырҙарын, бейеүҙәрен өйрәтеүҙәре бәләкәстәрҙең күңелендә рух уята, башҡортлоҡ хисе тыуҙыра. Ошондай сара-осрашыуҙарҙан һуң балалар ата-бабалары тураһында, тарихтарын белергә теләй. Шуныһы ҡыуандыра...”

Балаларҙың күңелендә телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянғанын, шул мәлдә күҙҙәрендә осҡон сәсрәп китеүен күреүгә лә шатлана Римма. Был осҡондоң аҙаҡ ялҡынға әйләнеүен бөтә күңеле менән теләй...

"Тарихыбыҙҙы тамырҙарыбыҙҙы белеү бәләкәстәр күңелендә рух уята"
"Тарихыбыҙҙы тамырҙарыбыҙҙы белеү бәләкәстәр күңелендә рух уята"
"Тарихыбыҙҙы тамырҙарыбыҙҙы белеү бәләкәстәр күңелендә рух уята"
"Тарихыбыҙҙы тамырҙарыбыҙҙы белеү бәләкәстәр күңелендә рух уята"
"Тарихыбыҙҙы тамырҙарыбыҙҙы белеү бәләкәстәр күңелендә рух уята"
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: