Ул 17 йәштән ныҡлап пауэрлифтинг менән шөғөлләнә башлай . Башта Башҡортостан, һуңынан Рәсәй беренселеге кубогын яулай. Ул спорт мастеры .
Әрменән ҡайтҡас атайым нефть колледжында һөнәр алып сыға, эшкә урынлаша , ғаилә ҡора .
Ул - нефтсе, үҙе көслө, үҙе алтын ҡуллы уңған атай! Беҙ матур иркен өйҙә йәшәйбеҙ . Уның белмәгән һөнәре юҡ ...
Беҙ ғаиләлә 3 малай үҫәбеҙ. Атайыбыҙ беҙгә иң яҡшы өлгө!
Искәндәр Сатвалов . 5 класс БГИ - 2 . Ишимбай ҡалаһы .