-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Август 2021, 14:50

Тыуған көнөң менән!

 * * *  Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,Һине ҡотлап Тыуған көнөңдә.Ер йөҙөндә булған изгелектәрҺыйған һинең күңел түреңә.Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгәЯҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлекЮлдаш булһын һиңә ғүмерлек.   Беҙ һине яратабыҙ!!! 

Тыуған көнөң менән!
Тыуған көнөң менән!

Илиза МУСИНА сәхифәһенән
* * * 
Ҡәҙерле инәйебеҙ! Тыуған көнөң менән, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы! Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон, ғүмер кисерергә насип итһен! Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә! 

 
Автор:Миләүшә Ғәйфуллина
Читайте нас: