-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Август 2021, 10:15

Ун йылдан кешелекте матди ҡыйынлыҡ көтә...

...сөнки тауар ҡулланыу әлеге тиҙлектә үҫешһә, донъяла коммерция күҙлегенән табышлы булған, разведкаланған нефть ятҡылыҡтары ошо срокта үҙләштерелеп бөтәсәк.

Ун йылдан кешелекте матди ҡыйынлыҡ көтә...
Ун йылдан кешелекте матди ҡыйынлыҡ көтә...
Беҙҙе уратып алған көндәлек әйберҙәрҙең 90 процентлабы нефть һәм газ компоненттарын ҡулланып эшләнә, йәғни кешелек яғыулыҡҡа ҡарағанда, нығыраҡ йәшәйеш-көнкүреш әйберҙәре етештереү йәһәтенән нефткә бойондороҡло.
Ун йылдан кешелекте матди ҡыйынлыҡ көтә, ти эксперттар, сөнки тауар ҡулланыу әлеге тиҙлектә үҫешһә, донъяла коммерция күҙлегенән табышлы булған, разведкаланған нефть ятҡылыҡтары ошо срокта үҙләштерелеп бөтәсәк.
Нефть ятҡылыҡтарын эҙләү, табыу, үҙләштереү ҙур сығымдар талап итә. Өҫтә ятҡан һәм еңел алына торған ятҡылыҡтар бөткәс, бик тәрәндә ятҡан нефтте сығарыу ҙа ҡиммәткә төшәсәк. Былар, билдәле, бөтә тауарҙарҙың ҡиммәтләнеүенә, күп нәмәгә ҡытлыҡ яһалыуға килтерәсәк.
Һуңғы 10 йылда Рәсәйҙең АҠШ-ҡа нефть һатыу күләме 14 тапҡырға артҡан.
2020 йылда Рәсәй хатта Сәғүд Ғәрәбстанын да уҙып киткән. Ғәрәптәр Штаттарға тәүлегенә 522 мең баррель нефть ебәрһә, Рәсәй 538 меңде оҙатып торған.
 
 
"ЫСЫНМЫ"? төркөмөнән.
 
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: