+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Август 2021, 19:00

"Зыңңңҡ!" итә ине сирпәгем...

Ҡыҙыма пар биҙерсәләр һатып алдым. Һыу юлын тапар замандар артта ҡалды, шулай ҙа ҡыҙ кешенең күнәсектәре булырға тейештер тип уйлайым.Ҡыуана-ҡыуана ҡыҙым ишек алдындағы ҡоҙоҡтан өйгә һыу ташый... Ә миңә был бала саҡ хәтирәләрен уятып ҡуҙғатырға бер йөй генә булды...

"Зыңңңҡ!" итә ине сирпәгем...
"Зыңңңҡ!" итә ине сирпәгем...

Бәләкәс кенә сирпәгем булды минең бала саҡта. Күк ерлеккә аҡ эре борсаҡтар төшөрөлгән күнәсегемдең тимер ҡылыстары ҡулдарымдан ысҡынып төшөүгә нескә генә сыңлау бирә торғайны. Эсе ялтыр, тышы биҙәкле сирпәк һыңар булды. Магазинда әйбер һығылып торған заман түгел, һыңар булғандыр инде әсәйем алғанда ла.Шул сирпәк менән нимә генә ҡыланманым икән мин?! Йәйләүҙә әсәй һыйыр һауғанда бидонға ташып һөт тә ҡойҙом, ҡоҙоҡҡа һыуға барһаҡ, һыу ташыным, ә аласыҡ иҙәнен йыуғанда, әсәй әрләһә лә еңмешләнеп, теге биҙрәгә йыуғыс тығып мәж килдем. Рәшәткә башына әсәй үҙ биҙрәләрен йыуып киптерергә элһә, мин дә үҙемдең сирпәгемде элеп ҡуя торғайным.Бына шул сирпәк бер көн рәшәткә башында элеүле торған ерҙән юҡҡа сыҡты. Ҡайҙа ғына сабауыллап эҙләмәнек! Юҡ. Табылманы. Йәйләүҙең йыуынты һыуы түгелә торған дөйөм оло соҡорон да оҙон таяҡ менән "сәнскеләп" ҡарап сыҡтыҡ. Юҡ та юҡ. "Урман яғына осҡандыр, ҡайҙа киткән тиең... Килеп сығыр әле бер ҡасан..."- тип әсәй мине эҙләүҙән төңөлтөп маташты.Бер ҙә асыҡтан асыҡ "берәйһе урланы инде" тимәне.Сирпәгем юғалды тип торманым, ҙур тимер биҙрәләрҙең төбөнә генә ҡойоп булһа ла һөт ташыштым әсәйгә, һыуға барыштым. Иң ҡыйыны шул - өлкән күнәктәр аяҡҡа төкөйҙәр, колготканы эләктереп, аяҡты ла "семтеп" бөтәләр ине. Һауынсы апай - еңгәйҙәрҙең арҡамдан һөйөп "маладис ҡыҙ ҙа инде, әсәһенә ярҙам итә"- тийеүҙәре дәрт өҫтәй ине. Мин арый тип әсәй иртәнге һауынға уятмай аласыҡ ишеген тыштан бикләп китһә, тәҙрәнең кесе өлгөһөндәге сөйҙө соҡоп, быяланы алып һалам да, ҡыҫылып сығып "эшкә" йүгерә инем.Миңә биш йәштәр булғанда әсәйем бишәр литлыҡ тимер биҙрәләр алып бирҙе. Ҡылысын төшөрөп тауышын тыңлайым, теге сирпәгемдеке кеүек "сыңҡ" итеп ҡалмайҙар, ҡатыраҡ итеп "ззыңҡ" тиҙәр. Шулай ҙа, үҙ биҙрәләрем булыуына ҡыуандым. Атайым йәтеш кенә көйәнтә эшләп, ап -аҡ эмалға буяп бирҙе. Ҡыуаныуымдың сиге юҡ! Яп- ялтыр биҙрәләремде көйәнтәмә элеп прауылка буйлап һалмаҡ баҫып барыуҙары үҙе ни тора!"Ҡыҙымды бәләкәстән һыу ташытып ҡатырып бөтөрәң инде!"- тип орошҡан атайым әсәйемә. Эйе, ҡатҡан ти ҡыҙы һыу ташыуға ғына!Үҫмер саҡта ла көйәнтәләп һыу ташырға яраттым. Оҙон һыу юлынан ҡайтышлай уйҙарымды теүәл тәртипкә һалып, әллә ниндәй хыял ҡанаттарында бәүелә торғайным. Яуырынымды баҫҡан биҙрәләр ауырлығын, көйәнтәнең көйҙөрөп елкә төбөн өтөүен дә ҡатын-ҡыҙ күтәрергә тейеш йөк итеп ҡабул иттем. Мин генә түгел, бар күрше-тирә шулай һыу ташып эсте ул саҡ...Ә теге күк ерлеккә аҡ борсаҡтар һибелгән сирпәгемде мин барыбер "таптым". Ҙур үҫеп, биш литрлы биҙрәләрҙе ҙурыраҡ күләмле күнәктәргә алмаштырып һыу ташыған сағым ине. Яңылыш ҡына берәүҙәрҙең тәҙрә төбөндә шау сәскәгә күмелгән, аҡ ҡағыҙ менән тышын уратып көпләнгән буяу һауыттары араһында күк сирпәк гөл шаулатыуына иғтибар иттем. Тышты ҡараған булып ипләп кенә сирпәкте өйрөлттөм... Ҡасандыр цемент иҙән өҫтөнә төшөрөп ебәреп һыңар ҡылыс төбөн йәмшәйтеп өҙгәйнем, атайым сүкеш менән тигеҙләп һуғып, бергилке босаҡты ырғытҡан ине... Күрәм, "яра" шул көйө генә тора...

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: