“Әйткән һүҙ, атҡан уҡ!” – тип бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер инде ул.
Һүҙ ауыҙыңдан сыҡтымы, уны тотоп алып та, кире ҡайтарып та, төҙәтеп тә булмай. Әгәр ҙә был һүҙҙәргә кешенең эмоциялары, хистәре
ҡушылһа, һүҙҙәр инде глобаль әһәмиәткә эйә буласаҡ. Асыуланып, көйөнөп әйтелгән әр, ҡарғыш һүҙҙәре ҡурҡыныс емерткес көскә эйә.
Ул көстөң ниндәй зыян килтеререн һөйләп тораһы ла түгел! Ә инде бар йөрәктән яратып, һөйөп, изгелек менән әйтелгән һүҙҙәрҙә бөтә донъяны сәскә аттырырлыҡ, үлене лә терелтерлек көс бар. “Кешене йәшәткән дә, үлтергән дә һүҙ!” – тигәнде ишеткәнем бар. Ысынлап та шулай бит ул. Ҡайһы бер һүҙҙәр йөрәккә утлы уҡ булып ҡаҙала, бөтә булмышыңды ҡоршап, ҡаҙап ҡуя. Ә ниндәйҙер матур һүҙҙәр йөрәккә май булып ята, йәшәргә, эшләргә дәрт уята. “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы!” – халҡыбыҙҙың бик дөрөҫ әйтелгән мәҡәле.
(Нәзирә ХӘЙРУЛЛИНА сәхифәһенән)