+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Июль 2021, 16:16

Ауыл байрамдары йәшәй әле!..

Ауылдарҙың үҙҙәренең генә лә байрамдары бар. Мәҫәлән, Бөрйән районы Яуымбай ауылы халҡы яңыраҡ “Ҡатыҡ тәмләшеү” байрамын үткәрһә, Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында “Самауыр сәйе” байрамы уҙғарғандар.

Ауыл байрамдары йәшәй әле!..
Ауыл байрамдары йәшәй әле!..

"Ҡатыҡ тәмләшеү" яландар сәскәгә күмелеп, һыйырҙарҙың һөтө тәмләнгәс үткәрелә.Ҡатыҡ (ойотҡан) - башҡорт халҡының төп һөт ризыҡтарының береһе. Һөт ризыҡтарын халыҡ ололап "аҡ" тип тә атай. "Аҡ"ты түгеү, әрәм-шәрәм итеү, тәләфләү - оло гонаһтарҙан һаналған һәм һанала. Һөт ризыҡтары - башҡорттарҙың элек-электән төп ризыҡтары булған. Ә был продукттар тиҙ боҙола. Шуға ла халыҡ быуаттар төпкөлөнән уларҙы һаҡлау серҙәрен, ысулдарын бөртөкләп йыйып килгән.

Ҡунаҡбайҙар байрамдарын танышыу, дуҫлашыу маҡсатында урамдар, аймаҡтар араһында үткәргән. Бында ла, әлбиттә, төрлө үләндәрҙән ҡайнатылған тәмле сәй янына халҡыбыҙҙың милли аш-һыуы әҙерләнә. Һәр урам үҙҙәре менән таныштыра, музыкаль сәләм дә бирешәләр. Байрамда олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша, үҙ өлөшөн индерә.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: