-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2021, 13:23

Татыу ғаилә - ил күрке

Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә – ул беҙҙең өй, атай-әсәй, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Атай-әсәй – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн, бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ.

Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.
Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.
Бер олоно тыңла, бер кесене тыңла.
Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек.
Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.
Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә – көйҙөрә.
Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.
Әсәй – ҡаҙна, атай – еҙнә.
Ҡыҙы барҙың наҙы бар.
Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.
Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын
Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.
Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.
Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.
Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә – ир.
Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.
Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған
Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.
Бала – ата-инәгә алтын бағана.
Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.
Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер,
Баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡарт итер.
Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә.
Ҡыҙ күңелендә – балалы бишек, ир күңелендә – эйәрле ат.
Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.
Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: