-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июль 2021, 15:51

Фольклориада балаларға ла әһәмиәтле

Шамонин ауылында йәшәгән Йәсминә Абдуллина кисә "Ватан" этнопаркында Фольклориада сиктәрендә уҙған милли кейемдәр парадына барып, шул тиклем тәьҫирләнеп ҡайтҡан.

Бик оҡшаған ҡыҙыҡайға был байрам. Бигерәк тә бер көндә бик күп сит ил кешеләрен күреү ҡыҙыҡ булған уға. Улар менән фотоға төшкән, аралашҡан. Әле ул инглиз телен өйрәнә, шуға күрә һөйләшеп ҡарарға ҙур мөмкинлек тыуған. "Кемдәр менән фотоға төштөм, бөтә шул илдәрҙе барып күргем килә", - ти ул. Хыял-теләктәрең тормошҡа ашһын, Йәсминә! 

Күп итеп сувенирҙар һатып алғандар. Ҡыҙҙы иң һоҡландырғаны уйламағанда Америка Ҡушма Штаттары вәкиленән бүләк алыу булған. "Ныҡ алыҫ илдән бөтөнләй белмәгән кешеһенә сувенир алып килгән!" - тине ул аптырап.

Киске сәғәт ун берҙәрҙә генә саҡ ҡайтып киткән Йәсминә байрамдан.

Читайте нас: