+24 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июль 2021, 20:50

ГӨЛҺЫУАЛЛА

(Хикәйә) Сулпан АБДРАХИМОВА.

Ҡыш буйы ҡажҡылдап сыҡтым.Йүткерегем үтмәй.
Әсәй мунсала ла шарылдатып сабындырҙы, түшемә буҫтама ла һалды, эсермәгән үләне ҡалманы, хәҙрәт олатай яҙып биргән үткәрмәнән дә, "бисмилла"ны әйтеп, әллә күпме үткәрҙе ,Әүлиә өшкөргән тоҙҙо ла ялатты - шәбәймәнем.
Яҙ етеп, ҡояш ҡыҙҙыра башлағас, әсәйҙең дебет шәленә уранып ҡапҡа алдына сығып ултыра башланым. Апайҙар, һеңлеләрем баҫтырыш уйнайҙар. Аҫҡы урамға һыймай, өҫкө урамға йүгереп менеп китәләр. "Һин барыбер тик ултыраһың," - тип ике бәләкәс ҡустыбыҙҙы миңә һөйкәтеп китәләр. Бирхат булалар. Рәхәт уларға. Ә мин алмаш-тилмәш ҡустыларҙы тубығыма ултыртып бәүетәм, үҙем тирә-йүнде күҙәтәм: Фәйрүзә инәйҙәрҙең артҡы ҡапҡаһы шығырҙап асылып китте лә, ҙур ситәүкә тотҡан инәй үҙе күренде. Бәпкәләрен үләнлеккә алып китте. Ситәүкәгә һыймаған бәпкәләрен япмалы күлдәгенең итәгенә һалып алған. Артынан ике инә ҡаҙ менән ата ҡаҙ эйәргән. Улары ыҫылдығы сығып, инәйҙең аяғынан тешләргә итәләр. Бәпәйҙәрен ҡыҙғанып килеүҙәре инде. Ергә ситәүкәне ҡуйып, бәпкәләрҙе ыуыҙ ғына йәшел үләнгә ебәрҙе. Ата ҡаҙ менән инә ҡаҙҙар ҡаңғылдығы сығып бәпкәләрен һырып алған булдылар. Ситәүкәне үләнгә түңкәрҙе лә инәй беҙҙең эргәбеҙгә килде.
- Һау ултыраһыңмы, ҡыҙым?
Үҙе ике бәләкәй ҡустымдың арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды.
- Һау. Аллаға шөкөр...
- Ҡыҙым шәп. Аллаһына һыйынып ултыра бит ул.
Мин сәсәп йүткерергә керештем.
- Атаҡ,ҡалай ҡаты йүткерәң. Күкһәүгә әйләнеп бараң бит. Әсәң менән кил беҙгә. Ҡарағат ҡағым күп, бирермен.
- Әйтермен, инәй.
Мине йәлләүсе табылғас, тамағыма төйөр торҙо, күҙ йәштәрем ағып китте хатта.
Фәйрүзә инәй өйө яғына менеп китте.
Яҙ етеү менән резина итеккә күсә инәй. Ҡуңалтаяҡ кейеп ала ла, балтырҙары итегенең ҡуңысына ышҡылып, ҡыҙарып, ярылып бөтәләр.
Эээй, бигерәк әрһеҙҙәр инде беҙҙең инәйҙәр. Уның өс ҡыҙы ла башҡа тора, иң бәләкәй улы армияла. Армияға оҙатырға беҙ ҙә барҙыҡ. Берәр һумлыҡ ҡағыҙ аҡса биреп ебәрҙек ағайға. Бүләк апҡайтырмын ҡарындаштарыма, тип китте. Ике йылһыҙ ҡайтмай әле ул.
Әсәй мине етәләп алып килде Фәйрүзә инәйгә. Инәй аласыҡта йөрөй ине. Ҙур табаҡтағы йылымыс һыуға ағас иләге менән он иләп, бер ағас ҡалағы сүпрә ҡушып болғатты ла, табағын алама юрғанға төрөп, йылы ғына мейес башына әсетергә ҡуйҙы. Һүнеп барған самауырға ҡуҙ һалып, резина итеге менән өрҙөрттө лә батмусҡа ултыртты. Гәзит менән уралған төргәктән ҡарағат ҡағын сығарып, бүлгесләп, ашъяулыҡҡа һалды.
- Ҡарағат зәрә файҙалы, сәйеңә ҡушып эс, - тине.
Үҙе, мейес артында геүләп ултырған бидондан бер көрөшкәне тултырғансы бал һоҫоп алды ла, бәләкәс кәсәләргә һөҙөп кенә ҡойоп, береһен әсәйгә тотторҙо.
- Дауа өсөн, Гөлшат. Әҙ генә ул, бүтән ҡыҫтамайым. Сабынлыҡтың кәртәләре ҡолап бөткән, һайғау ҡырҡтырырмын, тим. Анһыҙ ҙа шуның өсөн генә тип бал ҡойғанмын, - инәй үҙе эсеп ебәрҙе, ярылып бөткән усы менән ауыҙын һыйпап ҡуйҙы.
- Хәҙер ҡыҙымды һылап һалам, һыпырып алам йүтәлен, - ҡулының име бар икәнен беләм. Ҡатындарҙың түштәре шешһә лә, Фәйрүзә инәйҙән өшкөртәләр, һин дә мин шәбәйеп киткәндәрен ишеткәнем бар.
Сәй эскәс, инәй мине майлап, урап, мейескә арҡамды терәтеп, баҡта юрған менән баһырып, һалып ҡуйҙы.
"Гөлһыуалла"ны уҡып, өшкөрөп, төкөрөп ҡуйҙы. Риза булып ятам. Килешһен генә. Үҙҙәре сөкөрҙәшеп сәй эстеләр, мин тирләп-бешеп йоҡоға киткәнмен.
"Гөлһыу"ы килештеме, ҡарағат ҡағымы, төкөрөгөмө, әллә мейестең ҡыҙған кирбесеме - нимә генә булһа ла, һин дә мин һауығып киттем.
Хәтәр ныҡ ташҡан йылғалар ярҙарына ҡайтты, гөрләүектәр ҙә йүгермәй, сыйырсыҡтар бала сығарып өйҙәрен ташлап осоп китеп бөттө, бер һоро турғай инеп-сығып йөрөй ояға. Йәй етте!!!
Иртән тороп, көйәнтәмә үҙемдән дә оло күнәктәр элеп, һыуға килдем. Фәйрүзә инәй ҡоҙоҡтоң иҙәнен ҙур бысаҡ менән ҡырып йыуып йөрөй.
- Һаумыһығыҙ...
- Үҙең шәпме? Әй әттәгенәһе, һыу бысранды бит әле, ҡана үҙемдең күнәгемдән генә ҡояйым.
- Рәхмәт, инәй, - күнәктәрҙең төбө ергә тейә яҙып, сатай-ботай атлап киттем.
- Ҡыҙым, минең сабынлыҡта ҡарағат бешкән, килеп йыйып ал! Һыу ғына апҡайтам да, бесәндекте бәләргә барам үҙем дә.
- Яраааай, әсәйгә әйтермен дә...
Мейестең уты һүрелеп,әсәй ҙур лискә өс икмәк яһап ҡуйған. Ҡустыбыҙҙы имеҙеп ултыра үҙе. Ҙур ул ҡустыбыҙ, дүрте менән бара. Ул ҡустынан һуң тыуған бәләкәс ҡустыбыҙ инде имсәк ташланы.
- Икмәк бешһен дә барырбыҙ, ти әсәй. Емеш-еләктән әсәй ҡалмай, әрһеҙ. Кеше бер күнәк еләк тиргәнсә, әсәй ике күнәкте тултыра.
Беҙ килеп еткәндә Фәйрүзә инәйҙең бәләкәс ҡаҙанында ите нәмә белмәй ҡайнай ине. Үҙе төшкө сәйгә ултырған. Таған эргәһенә йәтеш кенә урындыҡ эшләп ҡуйғандар. Балаҫ, буй ҡорама юрғаны ла бар - шартына килтергән инәй, күңелле генә инде.
- Бесәндектең "ауыҙын" сабып бөттөм, кәртәлек башланған ергә тиклем. Тирләтте... Алама куфайкыны яурыныма һалып ултырам әле. Ике яурынымдан сыҙамайымсы, тәүгә бесән сапҡанға микән? Мин дә бирешәм әллә, - үҙе көлә.
- Ҡана һуң яурындарыңды майлап, ыуып ебәрәйем, - ти әсәй.
- Шулайтырһың, сәйләп ебәрәйек тә.
Инәй еләк, ҡарағат япрағы ҡушып сәй бешергән, һөтөн дә ҡара ҡомғанына ҡуша ҡойған-яратам бесәндә шулай сәйҙе! Ғүмере сәй күрмәгән һымаҡ керештем.
Фәйрүзә инәй урындыҡ аҫтынан, нәҙек кенә һәмәкле йәшел лакауай ҡомғанды һөрәтеп сығарып, көрөшкәгә бал ҡойҙо.
- Мәле, Гөлшат, тәмләп ҡара, бесәнгә тип кенә ҡойолған бал. Миңдәхәт килеп, бесәнеңде ҡолатышып бирермен, апый, тигәйне. Һарыҡты ул һуйып биреп китте әле ул. Иртәнсәк. Инде һимеҙ, инде һимеҙ булған тәкә, - инәй үҙе лә балын тәмләп эсеп ҡуйҙы.
Әсәй инәйҙең яурындарын һыланы, башындағы кәкре тарағы менән сәсен тарап үреп ҡуйҙы.
- Ятып тор, ял ит, - әсәй инәйҙең яурынын, билен ябып һалып ҡуйҙы.
- Гөлһыуалла, гөлһыуалла, - мин инәйҙең арҡаһынан һыйпап,төкөрөп ҡуйҙым, инәйҙе үҙе һымаҡ өшкөрҙөм, йәнәһе.
Беҙ ҡарағатҡа инеп киттек.
Өйкөм-өйкөм булып ултыралар ҡарағат ҡыуаҡтары, суғым ғына булып эленешеп торалар дөм-ҡара ҡарағаттар. Бер кәүшик күнәгем тулғансы йыйҙым. Ҡаҡ ҡойорбоҙ, тип хыялдарға бирелеп килеп сыҡтым. Әсәй бесән сабып йөрөй. Йәм-йәшел бесән араһынан әсәйҙең аҡ яулығы саҡ күренә, шул тиклем бесән шәп үҫкән. Бакуйҙары юрый теҙеп һалынған һымаҡ тип-тигеҙ булып яталар.Миңдәхәт апа килә, тигәйне, уныһы күренмәй, бушамағандыр. Оҙаҡ йыйғанмын емеште, ҡояш Ҡаттансыҡҡа етеп кенә бара.
- Ярай, етеп торор бөгөнгә, - әсәй салғыны яурынына һалып, сәй эскән ергә килдек.
- Йоҡлап киткәнменсе, бесәнгә килгән берәү, - инәй һаҙ яңғыратып көлә. Үҙе ҡаҙандан итен ҡутарып алып, магазин һалмаһын һалып, болғатып тора, - яурындар ҙа ауыртмай, ҡулың килеште, Гөлшат.
Минең ҡарағаттарымды күреп ихлас ҡыуанды: Хоҙайҙың дарыһы күп, емеш уңған быйыл, миңә лә етә ҡалғаны. Ҡаҡ ҡойорһоғоҙ.
Һурпа эсеп, ит ашап, ҡунаҡ булып ҡайтып киттек. Беҙ юлға төшкәндә Миңдәхәт апа һыбай ҡаршыға осраны. Баш ҡағып иҫәнлек биреп китте.
Минең ҡыуанысым күккә ашты бөгөн. Бер күнәк ҡарағат йыйҙым, инәйҙе "өшкөрҙөм"!
Ауыҙымды йыя алмайым, йылмайып киләм.
- Әсеееей...
- Йә,һайра
- Гөлһыуалла нимә ул?
- Доға ул, балам.
- Әәә... Гөл, һыу тураһында доғамы?
- Әйе.
"Кешенең ауыҙынан ашын алһаң - ҡулынан эшен ал," - үҙебеҙҙе белә-белгәндән ошо тормош һабағын белеп үҫтек, әсәй, атай әйтеп тә, ымлап та, ишаралап та аңлатты балаларына.
Әсәй ҙә емеш тирергә килгәйне бит, яңғыҙ инәйгә ярҙам булһын, тип ней һынлы бесәнде сапты.
- Өҫтә, бейектә һәр ҡылынған изгелекте теркәп барған китап бар, - ти әсәй.
Ҙурайғас, ҡулыма доғалар китабы эләккәндә, "Гөлһыуаллаһы" доғаһын эҙләнем. Баҡһаң, инәйем "Ҡолһыу Аллаһ"ты уҡып өшкөргән мине.
Ауылымдың күп инәйҙәренең доғалары күңелемде имләне,ә үҙҙәренең күңелдәре гөлдәй матур, һыуҙай саф ине бит!!!
Читайте нас: