+1 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июль 2021, 11:10

Һауытым, тулып сыҡ, ҡыры-тиңе булып сыҡ!..

(Ғәҙилә Бүләкова сәхифәһенән)Ә һеҙҙең, еләк күп йыйылһын өсөн, ниндәй ырымдарығыҙ бар? Йә булды?Әйҙәгеҙ, бер аҙ хәтирәләргә төшөп алайыҡ))

Беҙ бала ваҡытта еләккә барғанда, ғәҙәттә, аралағы өлкән кешеләр биҙрә ала, ә ҡалған бала-сағаларға уларға йыйышыу өсөн банкалар тоттора торғайнылар, сөнки емеш-еләккә йөрөү өсөн унан да шәберәк һауыт-һаба булмай торғайны ул саҡта. Еләккә китеп барғанда бына шул банкаларыбыҙҙы (әйткәндәй, уларҙы "керинкә" тип атай торғайнылар. Ҡара һин уны, "крынка" тигәндән алынған бит инде аныһы? Тимәк, балсыҡтан эшләнгән һауыт-һаба иң төпкөлдә ятҡан беҙҙең яҡтарҙа ла булған?) үҙебеҙҙән алға мөмкин тиклем алыҫҡараҡ ташлап:
- Һауытым, тулып сыҡ! Ҡыры-тиңе булып сыҡ! - тип һамаҡлайбыҙ. Иң мөһиме, һауытты һелтәгәндә, уны асыҡ ауыҙы менән өҫкә ҡарап ултырырлыҡ итеп ырғытырға тырышырға кәрәк. Кемдең һауыты иң алыҫҡа ташланып, тура ғына булып ултыра төшә, шул кеше, үҙенсә, еңеүсе була, һәм ул әле йыймаған еләге менән маҡтана башлай: "Күрҙегеҙме, иң күп еләкте мин йыйҙым!"
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта һелтәгән банкалар, ташҡа төшөп, селпәрәмә килгән саҡтар ҙа була ине. Бер шулай беҙгә эйәреп барған 4 йәшлек кенә Юлай ҡустымдың, банкам ташҡа төшөп һытылды, тип илағаны ла хәтерҙә... Бына шуларҙы иҫләп алдым кисәле-бөгөнлө еләккә йөрөгәндә... Әлбиттә, керинкәләр ҙә, еләк тип, байтаҡ ҡына араларға йәйәү йөрөүҙәр ҙә бала сағым менән әллә ҡайҙарҙа - тыуған ауылымдың ҡалын-ҡалын урмандары, текә тауҙары араһында ятып ҡалған һымаҡ... Уның ҡарауы, ҡып-ҡыҙыл булып, тулышып бешкән шартый еләгенең дә, уның менән ҡуша йыйған мәтрүшкәнең дә (Алламдың биргәненә шөкөр!) башты әйләндерерлек хуш еҫе, тәме һаман да бала сағымдағыса... Эйй, ысынлап та, ожмахтарҙан ҡасып ҡайтырлыҡ шул тыуған һәм торған еркәйҙәребеҙ, инша Аллаһ!
Читайте нас: