+17 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Июнь 2021, 19:50

ЙӘНҺЕҘ ӘСӘ...

Ошондай яҙмаларҙы уҡыйһың да, сәстәр үрә тора. Бахыр сабыйҙың ни ғәйебе? Ул бәхетле тормошҡа лайыҡ түгелме ни?! Ниңә ҡайһы бер әсәйҙәр бала яҙмышына шулай еңел-елпе ҡарай? Бәләкәй булһа ла, ул да КЕШЕ бит!..

Октябрьск ҡалаһындағы бер ятаҡ бүлмәһендә бала илай. Бер нисә сәғәт инде... Әлбиттә, баланы йәлләүҙән, күршеләренең йөрәге өҙөлә. Полицияға шылтыратып, хәлде һөйләп бирәләр.
Йәш ғаилә был бүлмәлә түләп йәшәй икән. Әсәй кешенең һөйләүе буйынса, улар быйыл март айында Дәүләкәндән күсеп килгән. Ире иртәнән кискәсә эшләй. Аҡса етмәгәнлектән, 22 йәшлек әсәй ҙә эшләргә мәжбүр. Балаһын төш ваҡытында ҡайтып ашатып китә. Ҡалған ваҡытты сабый өйҙә яңғыҙ уҙғара. Бүлмә эсе бысраҡ, иҙәндә - сүп-сар тулы ҡапсыҡтар. Һыуытҡыста ашарға ла юҡ...
Әйткәндәй, бошмаҫ әсәй кешене быға тиклем дә сабыйын ҡарамаған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырған булғандар.
Ҡала поликлиникаһына ебәрелгән сабыйға табиптар бер нисә ауырыуҙы диагностикалаған.
Әсәй кешегә РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы буйынса “бәлиғ булмаған баланы тәрбиәләү бурыстарын үтәмәү” буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Сабый, әсәһенең ризалығы менән Республика балалар йортона урынлаштырылған.
Фото интернеттан.
Читайте нас: