+24 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Июнь 2021, 14:55

ӘГӘР ҺӨТКӘ АЛЛЕРГИЯ БУЛҺА...

Ҡайһы берәүҙәр һыйыр һөтөн эсә алмауға, аллергия булыуға зарлана. Әҙ генә һөт ҡушылған аҙыҡ ашаһа ла, үҙен һиҙҙерә. Ә беҙ бәләкәйҙән һөткә, һөт аҙыҡтарына өйрәнгәнбеҙ, беҙҙең өсөн ҡоро һыуға бешерелгән бутҡалар, ҡоймаҡтарҙың һис тәме юҡ. Балаларҙың туңдырма ашағыһы килә... Бына ошондай мәлдә һөттө нимә менән алыштырырға? Был хаҡта сайтҡа үтеп танышығыҙ. Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашһағыҙ, бигерәк тә шат булырбыҙ!

Ҡайһы берәүҙәр һыйыр һөтөн эсә алмауға, аллергия булыуға зарлана. Әҙ генә һөт ҡушылған аҙыҡ ашаһа ла, үҙен һиҙҙерә. Ә беҙ бәләкәйҙән һөткә, һөт аҙыҡтарына өйрәнгәнбеҙ, беҙҙең өсөн ҡоро һыуға бешерелгән бутҡалар, ҡоймаҡтарҙың һис тәме юҡ. Балаларҙың туңдырма ашағыһы килә... Бына ошондай осраҡта үҫемлек һөтө ярҙамға килә лә инде. Уны: нимәнән генә эшләмәйҙәр: миндаль, кедр, кокос, фисташка, фундук сәтләүектәренән; дөгө, соя, һоло, ҡарабойҙай, борсаҡ, арпа, тары, арахис һ.б. Халыҡ телендә”һөт” тип әйтелһә лә, ҡабына “эсемлек” тип яҙыла. Мәҫәлән “миндаль эсемлеге, арпа эсемлеге”. Һәр үҫемлек һөтөнөң үҙ тәме бар һәм уларҙы сиратлаштырып ҡулланырға кәңәш ителә, ул витаминдарға, микроэлементтарға бик бай. Һөт урынына рәхәтләнеп, ҡурҡмайынса ҡулланырға була. Балаларға бик оҡшай. Һолонан (геркулес) үҙең дә эшләй алаһың.
Читайте нас: