+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2021, 12:40

ИХЛАС ҠОТЛАЙБЫҘ!

Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайының рәйес урынбаҫары, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе, башҡорт теле курстары уҡытыусыһы Гөлсирә апай Әбдрәшитованы күркәм байрамы — 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!Илем, телем, тиеп янып-көйөп йөрөүсе, "Аҡбуҙат" журналын йыраҡта йәшәүсе кескәй милләттәштәребеҙгә алып барып еткереүсе Гөлсирә апайға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, ҡыуаныслы ғүмер һәм тынғыһыҙ, яуаплы эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ!"Аҡбуҙат"ты таратыуҙа ҙур өлөш индереүегеҙ өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Артабан да ҡулға-ҡул тотоношоп, бергәләп эшләргә насип булһын!

Читайте нас: