+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Июнь 2021, 14:20

АТАҠЛЫ БАШҠОРТ ТАРИХСЫҺЫ, ҒАЛИМ, ҘУР ЙӨРӘКЛЕ ШӘХЕС ӘНҮӘР ӘСФӘНДИӘРОВТЫҢ ЙӘШӘГӘН ЙОРТОНДА ИҪТӘЛЕКЛЕ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ!

АТАҠЛЫ БАШҠОРТ ТАРИХСЫҺЫ, ҒАЛИМ, ҘУР ЙӨРӘКЛЕ ШӘХЕС ӘНҮӘР ӘСФӘНДИӘРОВТЫҢ ЙӘШӘГӘН ЙОРТОНДА ИҪТӘЛЕКЛЕ ТАҠТАТАШ АСЫЛДЫ! Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, был илебеҙҙең ҙур шәхесенең исемен мәңгеләштереүҙәге тәүге аҙымдарҙың береһе, тине. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ғалимдың китаптары һәр башҡорт ауылында, ғаиләһендә ҡулланылыуын билдәләне. Сарала Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 162-се “Смарт” полилингваль мәктәбе уҡыусылары ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Лиана Ҡарабаева сарала үҙенең шәжәрәһен төҙөүе, тарих менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне.

Читайте нас: