+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июнь 2021, 15:10

ЙӘЙГЕ КАНИКУЛЫМ КҮҢЕЛЛЕ БУЛЫР

Ауырғазы районы Талбазы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Әлиә ҒӘЛИЕВА Ййәйҙе бына шулай үткәрергә йыйына!

Шаулап-гөрләп уҡыу йылы үтеп китте. Уҙған йыл 4-се сиректе дистанцион уҡып тамамлағас күңелһеҙ булғайны. Быйыл рәхәтләнеп синыфташтарыбыҙ менән уйнап, ярышып уҡыу йылын уңышлы тамамланым. Бигерәк тә төрлө район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар алыу тағы ла дәртләндереп, ҡанатландырып ебәрҙе. Уҡытыусыбыҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы менән район китапханаһына ла, мәҙәниәт йортона ла, район тирә-яҡты өйрәнеү музейына ла барып төрлө сараларҙа ҡатнаштыҡ. Уҡыу йылы сағыу булды. Ун ете синыфташымдың икеһе тик бишле, һигеҙе тик бишле һәм дүртле билдәләренә уҡыу йылын тамамлап 4-се синыфҡа күсте. Киләһе йыл тағы ла ҡыҙығыраҡ, уңышлыраҡ булыр, моғайын, сөнки башланғыс синыфтың һуңғы баҫҡысына күтәреләбеҙ бит.
Мин йәйге каникулымды тыуған ауылым Кәлсерҙә уҙғарырға йыйынам. Йәй көнө ваҡыт күп, дәрестәр әҙерләргә кәрәкмәй, шуға дуҫтарым менән уйнарға ла ваҡыт күп ҡаласаҡ. Ауылда йәй көнө эш бигерәк тә күп. Баҡсала сүп утарға ла , түтәлдәргә һыу һибергә лә кәрәк. Олатайым һәм ҡустым Алмаз менән балыҡ тоторға ла барасаҡбыҙ. Күрше әбейҙәргә ярҙам итешәсәкмен.
Әсәйем менән баҡсалағы аллы-гөллө сәскәләрҙе тәрбиәләрмен, урманға хуш еҫле еләк йыйырға барырбыҙ. Йәйге каникулда барлыҡ уйлаған уйҙар тормошҡа ашыуын теләйем.
Читайте нас: