Бына уҡыу йылы һиҙелмәйсә, төрлө саралар, ҡыҙыҡлы дәрестәр менән гөрләп үтеп тә китте. Күптән көткән йәйге каникулдар етте. Мин каникулды олатайымдарҙа Көйөргәҙе районында уҙғарырға йыйынам. Унда беҙҙе олатайым менән өләсәйем һағынып көтөп торалар. Һеңлем Айжан менән каникулға ашҡынып ҡайтабыҙ. Мин ауылда ял да итәм, эшләйем дә. Йәй көнө ауылда эш бик күп. Олатайымдың малдары күп. Йәй көнө ике туған ағайҙарым менән көтөү көтөшәбеҙ, бесән әҙерләшәбеҙ. Һеңлем өләсәйгә өйҙә булыша, баҡса, ҡош-ҡорт ҡараша. Олатайым балта оҫтаһы ла, ул мине эшкә өйрәтә. Йәшелсә, емеш тә үҫтерәбеҙ беҙ. Каникулым күңелле һәм файҙалы үтер тип уйлайым.