+13 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июня 2021, 07:15

Бәлә аяҡ аҫтында...

Ярай әле малайҙың аяғы ғына ҡырҡыла. Ә бит етдирәк ҡазаланырға ла мөмкин ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәй етте, бала-сағаларҙы өйҙәренә индереүе ҡыйын, уларҙың күңелдәре тышҡа, иркенлеккә тартыла. Тик "бәләнең аяҡ аҫтында” ятырға мөмкинлеген онотмаһаҡ ине. Бәләкәстәрҙең артынан бер минутҡа ла ысҡындырырға ярамай.
Кисә “Бейеүсе торналар” фонтанында уйнап йөрөгән 6 йәшлек малайҙың аяғы фонтандың декоратив деталенә ҡыҫыла. Ҡотҡарыусылар отрядына, уның аяғын ысҡындырып алыр өсөн, фонтан детален бысырға тура килә. Ярай әле малайҙың аяғы ғына ҡырҡыла. Ә бит етдирәк ҡазаланырға ла мөмкин ине. Беренсе ярҙам күрһәтелгәндән һуң, өйөнә ҡайтарыла.
Әйтергә кәрәк, инцидент күҙ асып йомған арала, ата-әсәһенең күҙ алдында була.
Һаҡ булһағыҙ ине!
Читайте нас