+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июнь 2021, 19:33

Йәш дуҫыбыҙ үҙен яңы ролдә һынаны

Бөгөн Шамонин ауылында балалар һабантуйы уҙҙы. Был байрам быйыл 4-се йыл үткәрелә. “Аҡбуҙат” журналының яҡын дуҫы, 1-се класты тамамлаған Гүзәл Мостафина унда алып барыусы булып ҡатнашты: концерт номерҙарын башҡорт телендә иғлан итте. Уның был байрамдан, яңы роленән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

Бөгөн Шамонин ауылында балалар һабантуйы уҙҙы. Был байрам быйыл 4-се йыл үткәрелә. “Аҡбуҙат” журналының яҡын дуҫы, 1-се класты тамамлаған Гүзәл Мостафина унда алып барыусы булып ҡатнашты: концерт номерҙарын башҡорт телендә иғлан итте.
Уның был байрамдан, яңы роленән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Миңә байрам ныҡ оҡшаны! - тине Гүзәл, күҙҙәре янып. - Алып барыусылар беҙ өсәү булдыҡ. Сармат һәм Самуил ағайҙар ҙа булғас, сәхнәлә ҡурҡманым да, ҡаушаманым да. Концерт номерҙарын иғлан итеп кенә ҡалманыҡ, башҡарыусыларға ҡушылып, үҙебеҙ ҙә бейеп торҙоҡ. Байрамға кеше ныҡ күп килде! Уйындар, конкурстар бик күп булған. Мин уларҙың береһен дә күрмәнем дә, ҡатнаша ла алманым, шуныһы ғына үкенеслерәк булды. Шулай ҙа миңә алып барыусы булыу нығыраҡ оҡшай. Һин ҙур бер эш башҡараһың, үҙемде ҙур кеше кеүек тойҙом. Икенсе йыл саҡырһалар, тағы ҡатнашырға ризамын! Рәхмәт байрамды ойоштороусыларға!
Читайте нас: