+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июнь 2021, 17:44

ШАМОНИНДА БАЛАЛАР ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ

“Балалар һабантуйы ойоштороу уйы дүрт йыл элек тыуҙы, - ти байрамды ойоштороусы Лилиә Барлыбаева. - Тәүҙә үҙебеҙҙең бәләкәстәр өсөн генә үткәрербеҙ, тип уйлағайныҡ. Ни өсөн тигәндә, 1 июнь балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөгә байрамға барғы килә, тик бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ. Аҙаҡ ауылдаштар ҙа был тәҡдимде күтәреп алды һәм йыл һайын бына шулай үҙ көсөбөҙ менән балаларға байрам ойошторабыҙ”.Шамонинда уҙған балалар һабантуйы тураһында сайтта танышығыҙ!

Борон-борон заманда түгел, хәҙерге ваҡытта Өфө эргәһендә Шамонин тигән ҙур ғына бер ауыл бар. Ул ауыл яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килгән һәм һәр ғаиләлә бик күп балалар тыуған икән. Ни өсөн күп тиһегеҙме? Сөнки был мөғжизәле ауылда йәш атай һәм әсәйҙәр йәшәй! Балалар күп булғас, ауылдың мәктәбе лә ҙур, ике ҙур балалар баҡсаһы бар. Уҡыу усағы булғас, төрлө саралар уҙғарыу ҙа кәрәк. Бер көн Шамонин әсәйҙәре кәңәшләшә лә балалар көнөндә һабантуй ойошторорға ҡарарға итә...
“Балалар һабантуйы ойоштороу уйы дүрт йыл элек тыуҙы, - ти байрамды ойоштороусы Лилиә Барлыбаева. - Тәүҙә үҙебеҙҙең бәләкәстәр өсөн генә үткәрербеҙ, тип уйлағайныҡ. Ни өсөн тигәндә, 1 июнь балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөгә байрамға барғы килә, тик бөтәһенең дә мөмкинлеге юҡ. Аҙаҡ ауылдаштар ҙа был тәҡдимде күтәреп алды һәм йыл һайын бына шулай үҙ көсөбөҙ менән балаларға байрам ойошторабыҙ”.
Әйтергә кәрәк, Шамонинда үткән был балалар һабантуйы йылдан йыл билдәлелек яулай бара, киңерәк масташбта үтә. Ә балалар нисек шат! Ә балалары ҡыуанғанға һөйөнгән әсәйҙәр!
Бөгөн дә Шамонин паркы иртәнән гөрләп торҙо. Бәләкәй генә парктың бер буш урыны ла юҡ ине: мастер кластар үтә, уйындарҙың ниндәй генә төрө уйналмай, аквагрим, сәс үреү, һб, һб. Шулай уҡ балалар үҙҙәре һатыу ҙә итте. Рәхәтләнеп батуттарҙа һикерҙеләр, хатта карусель дә килгәйне. Һабантуйҙы йәмләгән концерт номерҙары ла балаларҙың сығыштарынан торҙо. Алып барыусылары ла – балалар үҙҙәре. “Балалар һабантуйын балалар үҙҙәре алып барырға тейеш”, - тине Лилиә Барлыбаева. Коляскалар парады, игеҙәктәр сығышы ла һабантуйға күркәмлек өҫтәне. Балалар бушлай туңдырма, чупа-чупс, һабынлы ҡыуыҡтар алып шатланды. Бер нәмәгә ҡарамай, ваҡыттарын йәлләмәй, ошондай иҫ киткес күңелле, бай йөкмәткеле байрам ойошторған ойоштороусыларға, Шамонин әсәйҙәренә, ярҙам ҡулы һуҙған спонсорҙарға, ауылдаштарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!.. Шамонин ауылы тағы ла нығыраҡ күркәмләнһен, балалар бәхетле, уңышлы булып үҫһен.
Читайте нас: