+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июнь 2021, 08:30

БАШҠОРТОСТАН РАЙОНДАРЫНДА ГӨРЛӘП МИЛЛИ БАЙРАМ - ҺАБАНТУЙҘАР УҘҘЫ!!!

РЕСПУБЛИКАБЫҘҘА ҮТКӘН "XXI БЫУАТ ЯҘЫУСЫҺЫ" ФОРУМЫНДА БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫ РАДИЙ ХӘБИРОВ ҠӘЛӘМ ОҪТАЛАРЫ ХАЛЫҠ МЕНӘН ЙЫШЫРАҠ ОСРАШЫРҒА ТЕЙЕШЛЕГЕ ХАҠЫНДАҒЫ ФЕКЕРҘЕ ХУПЛАП, БЫЙЫЛ РАЙОН ҺАБАНТУЙҘАРЫНА ЯҘЫУСЫЛАР ЙӘЛЕП ИТЕЛДЕ.Архангел районы һабантуйында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары итеп Азат Бадранов,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова,Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рәшит Шәкүр,"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнашты.Байрам өлкәндәр атҡарған сараға йомғаҡ итеп ойошторолһа ла, унда балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин әйтеүенсә, балалар - беҙҙең иң ҙур байлыҡ.Һабантуйҙа райондың "Молот" спорт клубы тренере, тхэквондо буйынса Рәсәй чемпионаттары еңеүсеһе Азамат Ураҙғолов үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, Азамат билдәле башҡорт прозаигы Рәлис Ураҙғоловтың улы. Яҙыусының икенсе улы шулай уҡ был төбәктә эшләгән эшҡыуар. Ул һабантуйҙа Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Читайте нас: