-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2021, 23:10

НУРИМАНДА ҺАБАНТУЙ ГӨРЛӘНЕ

Бөгөн гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың күп төбәгендә хеҙмәт байрамы - һабантуйҙар гөрләп уҙҙы.Миңә шағирә Хәлисә апай Мөхәмәҙиева менән бергә бай тәбиғәтле, хеҙмәт һөйөүсән Нуриман ерендә үткән һабантуй байрамында БР Яҙыусылар союзы исеменән ҡатнашырға насип булды. Күп милләтле, ҡунаҡсыл Нуриман халҡы милли байрамға бик ихлас әҙерләнгән. Алдынғылар бүләкләнде, йыр-моңло тамаша, милли көрәш, ат сабышы, төрлө күргәҙмәләр, ярыштар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Байрам концертында ла, ярыштарҙа ла балаларҙың ҡатнашыуы, "Аҡбуҙат"ты яратып уҡыуҙары тураһында ишетеү ҡыуандырҙы. Ҡыҫҡаһы, һабантуй юғары кимәлдә үтте. Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа һәм Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Венер улы Ситдиҡовҡа һабантуйҙа ҡатнашыу, сығыш яһау мөмкинселеге биреүҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм!

Читайте нас в