+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2021, 18:10

КИТАП АЛЫРҒА ҒЫНА КИЛМӘЙҘӘР БЫНДА...

“Китап алырға ғына килмәйҙәр бында. Китапхана - индәйҙер кимәлдә аралашыу урыны ла, тип әйтер инем мин, - тине Лилиә Таһирова китапхана эше буйынса. - Үткән кесаҙнала, мәҫәлән, күл буйында “Китап менән фотосессия” үткәрҙек..."

Өфө районы Шмидт ауылы китапханаһынан кеше өҙөлмәй. Бигерәк тә балалар ярата был күркәм урынды. Үҙ итмәҫлек тә түгел, китапханасы Лилиә Таһирова балалар менән һәр ваҡыт ихлас һөйләшә, китап донъяһына ылыҡтыра белә. Китапханаға Шмидт, Бурцево, Шамонин ауылдарынан йөрөйҙәр.
Мин барып ингәндә лә китапханасыны балалар уратып алғайны. Кемеһелер яңы китап алырға килгән, кемеһелер яңы яҙыла, журналдар уҡып, уйындар уйнап ҡайтырға килгәндәре лә бар.
Китап алырға ғына килмәйҙәр бында. Китапхана - индәйҙер кимәлдә аралашыу урыны ла, тип әйтер инем мин, - тине Лилиә Таһирова китапхана эше буйынса. - Үткән кесаҙнала, мәҫәлән, күл буйында “китап менән фотосессия” үткәрҙек. Теләүселәр, үҙҙәренә оҡшаған китапты һайлап алып, фотоға төштө. Йә булмаһа, “Книжные жмурки” тигән акциябыҙҙы ярата балалар. Йәш буйынса айырып һайлап, иң ҡыҙыҡлы, уҡымлы китаптарҙы ҡағыҙға төрөп һалдым. Кәштәгә ҡуйылған был китаптар араһынан уҡыусы күңеленә ятҡанын һайлап алырға тейеш. Уға, һуҡыр килеш һайларға йөрьәт иткән өсөн, бүләккә шоколад бирелә. Беҙгә бик күп китаптар бүләк итәләр, ҡайһы берҙә бер төрлө китаптар артыҡ күбәйеп китә. 6 июнь Шамонин ауылында балалар һабантуйы үтә, шунда ошондай китаптарҙы таратасаҡбыҙ. Бушлай таратыла тип күҙаллайбыҙ, әммә алған китаптары өсөн ҡалдырырға теләһәләр, баш тартмаясаҡбыҙ. Беҙ ул аҡсаға балаларға комикстар аласаҡбыҙ. Кесаҙна көндәрендә “Ҡул эштәре клубы” эшләй. Ғәҙәттә ҙурҙар йөрөй торғайны, әле, йәй еткәс, әсәйҙәрҙең мәшәҡәте артты, ә балаларҙың, киреһенсә, ваҡыты күбәйҙе, шуға ла хәҙер балалар менән шөғөлләнәбеҙ. Ҡурсаҡтар эшләргә өйрәнәбеҙ...”
Ысынлап та күркәм, ҡотло урын икән был китапхана. Үҙем дә көҙ, ҡыш көндәре уҡырға китаптар ҡарап ҡуйҙым әле...
Читайте нас: