+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2021, 23:58

“АҠБУҘАТ” ЖУРНАЛЫ МЕРКЕТ-МЕҢ ЫРЫУЫ ЙЫЙЫНЫНДА ҠАТНАШТЫ

Бөгөн Ауырғазы районының Мораҙым ауылында Бөтә донъя башҡорттары тарафынан ойошторолған Меркет-Мең ырыуының йыйыны үтте.“Аҡбуҙат” журналы ла был саранан ситтә ҡалманы. Тик беҙ каникулда ял иткән балаларҙы борсоп торманыҡ, сөнки улар бер аҙна булһа ла ҡояшта ҡыҙынып өлгөрмәне әле.

Шулай ҙа Талбазы лицейынан 5-се класс уҡыусылары Гөлфинә Хөсәйенова, Әлиә Йәғәфәрова, 2-се Талбазы мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Аделина Хөснөтдинова – осрашыуҙың уртаһында булды. Ҙур рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар!
Баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина был юлы ата-әсәләр, уҡытыусылар менән осрашты. Улар ҙа бит беҙҙең төп алдырыусыларыбыҙ, төп уҡыусыларыбыҙ!
Бигерәк тә бөгөнгө Интернет заманында, балаға һәр яҡлап төрлө мәғлүмәт ағылғанда, беҙ, ата-әсәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, кескәйҙәрҙең күңеле һағына баҫырға тейешбеҙ!
Баланың күңеле бөтөнлөгөн һаҡлау өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк?
Телде белеү мөһим! Беҙ туған телгә һөйөү тәрбиәләһәк, ғаризалар менән туған телдә уҡыуҙы нығытып ҡуйһаҡ, тәүге аҙым эшләнде тигән һүҙ.
Икенсенән, баланы, үҙ йолаларыбыҙа, тарихыбыҙҙа тәрбиәләү мөһим! Традициялар беҙҙе милли асылыбыҙ менән тығыҙ бәйләй.
Өсөнсөнән, бала шәжәрәһен белеп үҫергә тейеш. Нәҫел ағасы туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәрен нығыта.
Дүртенсенән, баланың иман, Аллаһ тәғәләнең барлығы хаҡында мәғлүмәтле булып үҫеүе – шулай уҡ мөһим шарт!
Бына ошолар хаҡында һөйләштек беҙ Талбазы башҡорт гимназияһына йыйылған уҡытыусылар, ата-әсәләр, балалар менән!
Быларҙың барыһы хаҡында ла беҙ “Аҡбуҙат” журналында яҙабыҙ. Беҙҙең баҫма – ул кескәй башҡортостанлының милли паспорты. Ҡағыҙ формат аша балаларға иң мөҡәддәс, иң ғәзиз ҡиммәттәр хаҡында мәғлүмәт еткерәбеҙ! Беҙҙең менән бергә булығыҙ! “Аҡбуҙат” йортона ингән һәр ғаиләлә бәрәкәт һәм именлек булыр! Беҙҙең баҫманы уҡығандар, бар донъяны яратып үҫер, сөнки беҙ был журналды туған еребеҙҙе, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы – иң мөһиме, балаларҙы яратып ижад итәбеҙ!
Читайте нас: