+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Июнь 2021, 09:00

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

1ИЮНЬ - БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ!БЕҘҘЕҢ ИҢ САФ, АҠЫЛЛЫ, БАТЫР ҘА, МАТУР ҘА КЕСКӘЙ ДУҪТАРЫБЫҘҘЫ БАЙРАМДАРЫ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ! ҺӘР САҠ ШУЛАЙ ӨЛКӘНДӘР ТАРАФЫНАН ҺӨЙӨЛӨП, ЯРАТЫЛЫП ҮҪҺЕНДӘР!Зөбәйҙә ИСЛАМОВАЭЙ, КҮҢЕЛЛЕ БАЛАСАҠ!Һикерә, уйнай янда малай,Йүргәктән сыҡҡандыр саҡ?!Һис тиктормаҫ, саба, елә,Әйтерһең дә, ҡолонсаҡ. Остан-осҡа туптай оса,Тотоп өлгөрәләр саҡ.Көлә-көлә ҡабат елә,Ҡалай шаян, уйынсаҡ! Һәр минуты, һәр сәғәте,Шатлыҡҡа тула шул саҡ!Һис кенә лә ҡабатланмаҫ —Эй, күңелле баласаҡ! ҺЕҢЛЕЛӘРЕМБүлмәләге өҫтәлемдеЙыштырҙым, булһын бөхтә.Китабымды, дәфтәремде,Кәштәгә ҡуйҙым, өҫкә. Үрелә һеңлем кәштәгә,Буйы етмәй, әй, ҡыҙыҡ,Әгәр ҡулына эләкһә,Уйнар ине ул, һыҙып. Бәләкәс тә өлгөрә,Имгәкләп килеп етә,Апаһы китапты алып,Биргәнде ул да көтә. Шуҡлыҡтарын һеңлеләрҙең,Атай-әсәй ҙә белә:Ярамай! – тигән шелтәне,Көтәләр әллә гелән?!

Читайте нас: