+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Май 2021, 09:00

ШИҒРИ КҮСТӘНӘС

Зөбәйҙә ИСЛАМОВАБӘПКӘЛӘР — БӘПЕМБӘЛӘРИшек алды бәпкә үлән,Аралаш бәпембәләр.Шул сәскәләр араһындаҮлән йолҡа бәпкәләр. Алдарында һары келәм,Ситтәре йәшел ҡайма.Бәпкәләрҙең көтөүлеген,Уратып алған ҡойма. Өләсәйем һанай бәпкә,Улар һис тик тормайҙар.Йә боҫоп, йә бер ҡалҡынып,Ҡасалар, тоттормайҙар. Сипылдашып серләшәләр,Һары томшоҡ бәпкәләр.Серҙәштәре яҡын дуҫтар —Һарыҡай бәпембәләр!

Ишек алды бәпкә үлән,
Аралаш бәпембәләр.
Шул сәскәләр араһында
Үлән йолҡа бәпкәләр.
Алдарында һары келәм,
Ситтәре йәшел ҡайма.
Бәпкәләрҙең көтөүлеген,
Уратып алған ҡойма.
Өләсәйем һанай бәпкә,
Улар һис тик тормайҙар.
Йә боҫоп, йә бер ҡалҡынып,
Ҡасалар, тоттормайҙар.
Сипылдашып серләшәләр,
Һары томшоҡ бәпкәләр.
Серҙәштәре яҡын дуҫтар —
Һарыҡай бәпембәләр!
Читайте нас: