-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Май 2021, 16:17

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Журналыбыҙҙың яуаплы сәркәтибе, Журналистар союзы ағзаһы, ике китап авторы Миңлегөл ТАЙСИНАны Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ!!! Эшеңдә, тормошоңда шатлыҡ-ҡыуаныстар, уңыштар, ғаилә ныҡлығы, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ! Кескәйҙәр әҙәбиәтен, матбуғатын, үҙең хеҙмәт иткән “Аҡбуҙат” журналын үҫтереүҙә көс-ҡеүәт, дәрт-дарман, ижади уңыштар теләйбеҙ! Шиғырҙарың менән уҡыусыларыбыҙҙы артабан да ҡыуандырып тор!

Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙы Ғафури төбәгенән – Ҡауарҙы ауылынан. Бәләкәй сағынан шиғриәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ. Мәктәп йылдарынан алып ижад итә. 2015 йылда “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында "Бала саҡ күҙҙәре" исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Уның был китабында тыуған яҡ, әсәлек хистәре, мөхәббәт тураһындағы шиғырҙары урын алған. Ә 2019 йылда балалар өсөн ике телдә “Ҡыуаныс – Радость” тигән китабы сыҡты. Унда бала саҡ, ғаилә, зирәк һәм ҡыҙыҡһыныусан кескәйҙәрҙең тормош күренештәрен, мажараларын, уй-хистәрен сағылдырған шиғырҙары тупланған.
Әлеге көндә Миңлегөл “Аҡбуҙат” журналында яуаплы сәркәтип вазифаһын атҡара. Тормош иптәше менән өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр. “Балаларыбыҙҙа туған телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү тәрбиәләйбеҙ, Башҡортостаныбыҙға кәрәкле шәхестәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ. Уңыштарыма, ижадыма ҡанат ҡуйыусы ҡәҙерле ғаиләмә, атайым менән әсәйемә һәм “Аҡбуҙат” журналыма оло рәхмәтлемен”, – ти шағирә.
Читайте нас: