+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Май 2021, 16:09

АҠ ЮЛ ҺЕҘГӘ, КЕСКӘЙҘӘР!

Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә шаулап-гөрләп сығарылыш кисәләре уҙҙы. Ҡасандыр саҡ һөйләшеп баҡсаға барған бәләкәстәр мәктәп ишеген асырға әҙер.

Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә шаулап-гөрләп сығарылыш кисәләре уҙҙы. Ҡасандыр саҡ һөйләшеп баҡсаға барған бәләкәстәр мәктәп ишеген асырға әҙер. Улар инде хәҙер хәрефтәрҙе таный, һанай белә, әллә күпме шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнгәндәр. Беҙҙе уратып алған хайуандар, ҡоштар, йәшеллек донъяһы буйынса ла тәүге белемдәре бар. Ә башланғыс класты тамамлағандар үҙҙәренең иңендә бигерәк тә яуаплылыҡ тоялыр. Улар хәҙер бәләкәс түгел, өлкәндәр кеүек үк кабинеттан кабинетҡа күсеп уҡыясаҡ, яңы предметтар ҙа өҫтәләсәк...
Аҡ юл һеҙгә, балалар! Киләсәктә шатлыҡлы мәлдәрегеҙ, уңыштарығыҙ, еңеүҙәрегеҙ күп булһын!
Балалар баҡсаһы тормошта –
Бары тик баҫҡыс ҡына.
Ҡаршылағы ҡыйынлыҡтар -
Белемгә асҡыс ҡына!
Читайте нас: