+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2021, 21:34

КӘКҮК СӘЙЕ

Йылдың уңышлы килеүенә арнап, илебеҙҙә именлек булыуын, ашлыҡ-иген уңыуын, ямғыр яуыуын теләп. Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһының “Умырзая” уртансылар төркөмөндә «Кәкүк сәйе» байрамы үтте. Был хаҡта сайтта уҡығыҙ.

Кәкүк сәйе - быуаттар төпкөлөнән килгән матур байрам. Бындай саралар халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап алып ҡалыуҙа, йәш быуынға еткереүҙә мөһим роль уйнай. Йылдың уңышлы килеүенә арнап, илебеҙҙә именлек булыуын, ашлыҡ-иген уңыуын, ямғыр яуыуын теләп. Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһының “Умырзая” уртансылар төркөмөндә «Кәкүк сәйе» байрамы үтте. Сара балалар баҡсаһының йәшел хәтфәле ихатаһында балаларҙың шат тауыштары, көй-моңдары менән башланды. Кескәйҙәр Оло инәйҙән (Йәмилә Хәйбуллина) «Кәкүк сәйе» йолаһының риүәйәтен тыңланылар. Тәрбиәселәре Әлиә ҡыҙы Сәлимова менән йырҙар йырлап, бейеп, “Тирмә”, “Йәшерәм яулыҡ” кеүек халыҡ уйындары уйнап күңел астылар. Байрамдың төп ҡунағы – Кәкүк (тәрбиәсе, Ләйсән Яруллина) осоп килеп ҡыҙҙар менән “Кәкүк” бейеүен бейенеләр. Ата-әсәләр алып килгән тәмлекәстәр менән саф һауала сәй эсеү кескәйҙәргә бик оҡшаны. Ә аҙаҡтан балалар оло инәй менән бергәләп кәкүк ауыл, йорт тирәһенә килмәһен, бәлә-ҡаза көтөлмәһен тип ағас төбөнә һөт ҡойҙолар, табындан ҡалған ризыҡтарҙы теләктәр теләй-теләй ағас аҫтына ҡалдырҙылар. Ошо матур йола байрамы аша борон-борондан башҡорт халҡының тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәтле, ҡоштарға ҡарата изге ҡарашта булыуҙарын тәрбиәләнеүселәребеҙ күңеленә еткерергә тырыштыҡ.
Йәмилә Хәйбуллина, балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас: