+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Май 2021, 09:08

«Осрашыуҙар - үҙе бер ғүмер»

24 май көнө Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатында һәм 4-се һанлы лицейҙа балалар яҙыусыһы, «Аҡбуҙат» журналы хеҙмәткәре Гөлнара Мостафина менән "Осрашыуҙар - үҙе бер ғүмер" исемле сара үтте.

24 май көнө Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатында һәм 4-се һанлы лицейҙа балалар яҙыусыһы, журналист, БР-ҙың яҙыусылар союзы ағзаһы, 4 китап авторы Гөлнара Мостафина менән "Осрашыуҙар - үҙе бер ғүмер" исемле сара үтте. Ике уҡыу йортоноң да тамашалар залы китап һөйөүсе уҡыусы балалар һәм уҡытыусылар менән тулы булды. Балалар моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Гөлсинә Зәйнуллина һәм Гөлназ Сабирова яҙыусының тормош юлы, ижады, китаптары менән таныштырҙы. Уҡыусылар яҙыусыға бик күп һорауҙар бирҙе. Гөлнара Дамир ҡыҙы, үҙ сиратында, әҫәрҙәре, әле үҙе эшләп йөрөгән «Аҡбуҙат» журналының бала үҫешендә ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләне, хикәйә геройҙарының прототиптары, китаптарының яҙылыу тарихы менән таныштырҙы, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Интернаттың 6-сы класс уҡыусылары тарафынан яҙыусының "Һағыҙаҡ балы", "Әлфиә" хикәйәләрен сәхнәләштереүе сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ: бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тимәгән бит, ошондай саралар шул хәҡиҡәтте дәлилләй. Осрашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы, ҡыуаныслы, фәһемле булды, ә иң мөһиме - йылы иҫтәлектәр һәм тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: