Ишәк аунауын онотоп, үрле-ҡырлы һикергән дә, сабып ҡайтып киткән.
Бай ишәктең ауламайынса ҡайтҡанын күргәс. Ҡыҙрасҡа вәғәҙә иткән ике йөҙ һум аҡсаны биргән дә ҡыуып сығарып ебәргән.
Ҡыҙрас ике йөҙ һум аҡсаны апайҙарына алын ҡайтып биргән, ә үҙе йәнә эш эҙләп сығып киткән, ти. Бара торғас, ул бер урманға барып еткән. Ҡояш байый, ҡараңғы төшкән. Ҡыҙрас урманда бер үҙе генә йөрөгән-йөрөгөн дә, ҡайҙа барырға ла белмәгәс, бер кәбән аҫтына инеп, йылынып йоҡлап киткән. Таң алдынан ғына өшөп уянған. Кәбән аҫтынан сыҡһа, кәбәнде бүреләр һырып алғанын күргән. Малай ҡаушап ҡалмаған, кеҫәһенән шырпы алын, кәбән эргәһендә өйөлөп ятҡан сыбыҡ-сабыҡҡа ут төртөп ебәргән. Бүреләр уттан ҡурҡып ҡасҡандар, ә Ҡыҙрас үҙ юлы менән киткән.
Бик оҙаҡ барғандан һуң, ул бер ауылға барып өткән. Унда, айына биш һумға риза булып, бер байҙың йылҡыһын котә башлаған. Был байҙың ҡырҡ баш йылҡыһы булған. Шуларҙың утыҙ дүрте бейә, алтыһы айғыр икән. Бай, утыҙ дүрт бейәнең береһен күрһәтеп, Ҡыҙрасҡа:
– Бына ошо Йондоҙҡашҡа бейәм йыл да ҡасып ҡолонлай. Уның йәнә ҡолонлар ваҡыты етә. Әгөр шуны һаҡлап, ҡолонлатып, ҡолонон миңә алып ҡайтып күрһәтһәң, ҙур рәхмәттәр уҡып, ҡолонон үҙеңә бирер инем, – тигән.
Ҡыҙрас йылҡыларҙы көтөргә алып киткән. Йондоҙҡашҡаны бер көн һаҡлай, ике көн һаҡлай, өс көн һаҡлай, – бейә һаман ҡолонламай.
Дүртенсе көнгә сыҡҡас, өс көн буйына керпек тә ҡаҡмаған Ҡыҙрас йоҡлап китә. Ул тәмле төш күреп ятҡанда, Йондоҙҡашҡа Арал диңгеҙе яғына ҡарай сабын сыға ла китә. Айғырҙар бейәне ебәрмәҫкә итеп ҡараһалар ҙа булдыра алмайҙар.
Тауышҡа Ҡыҙрас уянып китә. Йондоҙҡашҡаның юҡлығын белә лә, йәһәт кенә иң югерек айғырға менеп алып, бейәне эҙләргә сығып китә. Уны тик төп ауғас ҡына табып алып ҡайта.
Бейә һаман ҡолонламай ҙа ҡолонламай, ти. Тағы өс көн һаҡлағандан һуң, дүртенсе көндө Ҡыҙрас йәнә йоҡлап китә. Шуны ғына көтөп торған Йондоҙҡашҡа тағы юҡ була. Айғырҙар Йондоҙҡашҡаны юҡһынып кешнәшә башлайҙар, ә Ҡыҙрас уянмай ҙа уянмай. Айғырҙар уның ҡолаҡ төбөнә килеп көйшәгәс кенә уяна. Шул ерҙә малай, Йондоҙҡашҡаның юҡлығын белеп, йәһәт кенә иң яҡшы өйөр айғырына атланып ала ла Йондоҙҡашҡаны эҙләргә сығып китә. Бара, бара – бер нәмә лә күренмәй. Шулай сабып бара торғас, юл буйлап турғай ҡәҙәре генә бер нәмәнең елеп китеп барғаны күренә. Егет, ошо, могайын, минең бейәлер тип уйлап, атын тағы ла нығыраҡ бөйөрләп саба башлай. Арал диңгеҙе буйына етер алдынан гына Йондоҙҡашҡаға яҡынлаша. Йәнтәстем барып, Ҡыҙрастың бейәне ҡыуып етеүе була, бейәнең диңгеҙгә атылып төшөүе була. Ни булһа ла булыр, ти ҙә Ҡыҙрас бейә артынан һыуға һикерә.
Диңгеҙ эсендә Йондоҙҡашҡа ҡолонлай. Малай ҡолондо эләктереп ала ла яр ситенә алып сыға. Был иҫ киткес матур ҡолон – алтын ҡойроҡло, көмөш яллы айғыр була.
Ҡыҙрас шатланып, алтын ҡойроҡло, көмөш яллы ҡолондо ауылға, бай янына алып ҡайта. Ауылға килеп ингәс, бөтә халыҡ урамға сығып, был ғәжәп ҡолондо таң ҡалып, һоҡланып ҡарап ҡала.
Бай шатлығынан ни эшләргә лә бөлмәй. Тирә-яҡ ауылдарҙан алтын ҡойроҡло, көмөш яллы ҡолондо күрергә кешеләр ағыла. Бай, күҙ тейҙерерҙәр тпп, ҡолондо берәүгә лә күрһәтмәй.
Алтынҡойроҡ-Көмөшьял өс йәшкә етеп, күреп туймаҫлыҡ матур ҡонан була. Ҡыҙрас уны бик яратып ҡарай. Ҡонан үҙе дә Ҡыҙрасҡа бик эйәләшеп китә.
Бер ваҡыт байҙың ҡатыны ауырып китә. Бай атаҡлы бер күрәҙәне саҡырта. Күрәҙә ауырыуҙы ҡарай ҙа байға:
– Бисәңдең хәле мөшкөл, алтын ҡойроҡло, көмөш яллы ҡонаныңды һуйып, һул ҡабырғаһын ашатһаң ғына, ҡатының һауығасаҡ, – ти.
Быға бай бик ҡайғыра. Ҡатынының бөтөнләй телдән ҡалып барғанын күргәс, Алтынҡойроҡ-Көмөшьялды һуйып, һул ҡабырғаһын ашатырға риза була.
Был һүҙҙәрҙе тыңлап торған Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьял янына сыға ла:
– Эй һылыу малҡайым, харап булаһың ннде: сихырсы ҡарсыҡ һине һуйып, һул ҡабырғаңды байҙың ҡатынына ашатырға ҡушты. Бай шуға риза булып, һине бөгөн үк, йоманан сыҡҡас та, һуйырға һүҙ бирҙе. – ти.
Алтынҡойроҡ-Көмешьял телгә килә:
– Мин инәм һөтөн имеп үҫмәнем. Мине ҡарап үҫтереүсе һин булдың. Тєинең яҡшылыгыңа ҡаршы мин дә яҡшылыҡ күрһәтергә тейешмен, һин мине һуйҙырмай алып ҡала алаһың. Шарты шулай: мин бер кешнәрмен – бөтә ауыл һелкенер, ике кешнәрмен – бәләкәй өйҙәр емерелер, өс кешнәрмен – муллалар ҡурҡышып мәсеттән таралырҙар. Мине һуйырға алып сыҡҡас, һин хужанан: «Мин уны ҡарап үҫтерҙем, бер генә тапҡыр ҙа атланып йөрөй алманым, бер генә әйләнеп килергә рөхсәт итсе, – тип үтенерһең. Хужаң рөхсәт итер. Шунан һин миңә атланырһың да, бер һуғырһың – тиремә үтер, ике һуғырһың – елегемә үтер, өс һуғырһың – бөтә тәнемә үтер, шунан инде мин үҙем ҡайҙа китергә белермен, – тигән.
Байҙар мәсеткә йыйылып, йома намаҙын уҡырға ғына башлағанда, Алтынҡойроҡ-Көмөшьял бер кешнәп ебәрә – бөтә ауыл һелкенә, ике кешнәй – бәләкәйерәк өйҙәр емерелә, өс кешнәй – ҡурҡышҡан кешеләр мәсеттән уҡына-уҡына сығып, төрлөһө төрлө яҡҡа тарала. Ҡурҡыуынан ҡобараһы осҡан бай ҙа югерә-атлай өйөнә ҡайта. Йәһәт кенә бысаҡ үткерләп, айғырҙы һуйырға дүрт-биш кеше алып килә.
Алтынҡойроҡ-Көмөшьялды кәртәнең алдына сығаралар.
– Мин был айғырҙы төндәремде йоҡламайынса ҡарап үҫтерҙем, тик бер генә лә атланып йөрөй алманым. Шуға атланып, бер генә әйләнеп киләйемсе, зинһар, рөхсәт ит! – ти.
Бай рөхсәт итә. Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьялға атланып ала ла тал сыбыҡ менән шыйылдатып бер һуға – айғыр үрле-ҡырлы һикерә. Бай, йорттан сығып китмәгәйе тип, ҡапҡаларҙы ябып ҡуя. Ҡыҙрас икенсе ҡат һуға – айғыр ихатаны әйләнеп сабып сыға. Өсөнсө ҡат һуғыуы була – айғыр ҡойма аша һикереп сыға ла күҙҙән юғала. Бай айғырҙы һуйырға килгән кешеләре менән бөргә ауыҙын асып тора ла ҡала.
Ҡыҙрас Алтынҡойроҡ-Көмөшьял менән бер урман янына килеп еткәс айғырҙан төшә. Шул ваҡыт айғыр уға:
– Тєин минең ҡойроҡтан өс бөртөк ҡылымды ал да үҙемде ебәр. Кәрәк булған сағымда шул ҡылдарҙы һыҙғыртһаң, мин килеп етермен, – ти.
Ҡыҙрас айғырҙың ҡойроғонан өс бөртөк алтын ҡылын ала ла үҙен ебәрә.
Ҡыҙрас ил ҡыҙырып йөрөй торғас, бер ҡалаға барып сыға. Ул ҡала ситендәге бәләкәс кенә бер өйгә инә. Унда бер ҡарсыҡтан башҡа бер кем булмай. Юлсы егет был әбейҙән:
– Ҡартың ҡайҙа? – тип һорай. Әбей уға:
– Батша ҡыҙҙарына алма биреп йөрөй, оҙаҡламай ҡайтып етер инде, – тип яуап бирә.
Бер саҡ бабай ҡайтып керә. Ҡыҙрас менән иҫәнләшә, уның кем булыуын һорашып белә. Оҙаҡ һөйләшеп ултырғандан һуң Ҡыҙрас:
– Бабай, һин ҡарт кеше, арый торғанһыңдыр. Батша ҡыҙҙарына алма бирергә иртәгә мин барайым, – ти.
Бабай риза була. Икенсе көндө иртә менән Ҡыҙрас батша һарайына китә. Бер аҙ торғандан һуң, батша ҡыҙҙары баҡсаға сығалар. Ҡыҙрас ҡыҙҙарҙың өлкәнерәгенә серек алма бирә, уртансыһына яртыһы серек, яртыһы таҙа алма, иң кесеһенә ҡып-ҡыҙыл булып бешеп торған таҙа алма бирә. Шунан Ҡыҙрас теге ҡарт янына ҡайтып китә. Ҡыҙҙар, аталары янына ингәс:
– һин беҙгә серек алма бирергә үҙең ҡуштыңмы? – тиҙәр. Батша, асыуланып:
– Ниңә мин ҡушайым, алма биреүсе ҡарт юрамал шулай иткәндер, – ти. Шунда уҡ теге бабайҙы саҡырта.
Бабай ҡурҡа-ҡурҡа ғына батша янына килә. Батша, бик асыуланып, унан:
– Ниңә һин минең ҡыҙҙарыма серек алма бирҙең? – тип һорай.
– Бөгөн үҙемдең урыныма бер малайҙы ебәргәйнем, серек алмаларҙы шул биргән,– ти бабай.
Батша шунда уҡ Ҡыҙрасты саҡыртып килтертә. Ҡыҙрас батшаның һорауына:
– Өлкән ҡыҙыңдың йәшлеге үтеп киткән. Шуның өсөн мин уға серек алма бирҙем. Уртансы ҡыҙыңдың ярты йәшлеге үткән, шуның өсөн уға яртыһы серек, яртыһы таҙа алма бирҙем. Кесе ҡыҙыңдың алма кеүек бешкән сағы, шуға күрә уға үҙе кеүек бешкән ҡыҙыл алма бирҙем, – тип яуап бирә.
Батша бындай хаҡ һүҙгә бер ни ҙә әйтә алмай, ауыҙын йомоп ҡала. Икәнсе көндө иртә менән батша бөтә ҡала халҡына: Бөгөн ҡыҙҙарымды биреп, туй яһайым. Берегеҙ ҙә ҡалмай минең һарайым алдына йыйылығыҙ!– тигән әмер бирә.
Тєарай алдындағы майҙанға халыҡ йыйыла. Батшаның өс ҡыҙын уртаға сығарып ултырталар. Уларҙы тирәләп батшаның һанаттары ултыра. Иң элек батшаның өлкән ҡыҙы ҡулындағы алмаһын үҙенең яратҡан кешеһенә ырғыта. Алма бер һалдаттың итәгенә барып төшә. Быны ҡарап торған халыҡ:
– Ҡыҙға тиң егет! Ярай, бик хуп!– тип ҡысҡырыша. Шунан уртансы ҡыҙ алмаһын ырғыта. Алма бер әфисәрҙең
итәгенә барып төшә. Халыҡ тағы ла:
– Ярай, иш булырлыҡ егет! – тип ҡысҡырыша.
Кесе ҡыҙҙың алмаһы Ҡыҙрас итәгенә барып төшә. Батшаның яҡын кешеләре:
– Ярамай, ярамай! – тип ҡысҡыралар.
Ҡыҙ алманы икенсе тапҡыр сөйә, тағы Ҡыҙрас итәгенә барып төшә. Тєанаттар тағы ла:
– Ярамай, ярамай! – тип дыу киләләр. ....( дауамы баро)