-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Май 2021, 14:05

ӨФӨ ЕГЕТТӘРЕ ДАУН СИНДРОМЛЫ БАЛАЛАРҘЫ ФУТБОЛ УЙНАРҒА ӨЙРӘТӘ

Василий Тыртышный һәм Денис Хәйретдинов бына ике йыл инде Даун синдромлы балаларҙы футбол уйнарға өйрәтә. Ошондай спортсылар менән шөғөлләнеү үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн улар Мәскәүҙә стажировка үткән.

Василий Тыртышный һәм Денис Хәйретдинов бына ике йыл инде Даун синдромлы балаларҙы футбол уйнарға өйрәтә. Ошондай спортсылар менән шөғөлләнеү үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн улар Мәскәүҙә стажировка үткән. Аҙ ғына ваҡыт эсендә йәш тренерҙар Даун синдромлы кешеләр араһында мини-футбол буйынса Бөтә Рәсәй турнирында еңгән команда төҙөүгә өлгәшкән. Командала – 14 йәшлек һәм унан өлкәнерәк 10 ҡатнашыусы. «Бер нисә уйынсыбыҙ Рәсәйҙең йыйылма командаһына инә. Тәүҙә әллә нисек уңайһыҙ ине. Бындай балаларға нисек яҡын килергә белмәй инем. Ләкин аҙаҡ күнекмәләр барышында улар менән яҡыныраҡ танышып киттек, хәҙер еңелерәк. Күнекмәләрҙән ҡәнәғәтлек алаһың», - ти тренерҙар. Әйтеүҙәренсә, иң мөһиме – башлағанда балаларға ярҙам күрһәтеү, үҙ юлын табырға һәм аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итеү. Хәҙер улар командаға мөмкин тиклем күберәк «ҡояшлы» бала йәлеп итергә һәм Рәсәй исеменән Даун синдромлы кешеләр өсөн Европа чемпионатында ҡатнашырға хыяллана.
https://ufa1.ru/text/sport/2021/05/21/69921113/
Читайте нас: