+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Май 2021, 23:26

Хәнәфи Нурғәлиев конкурсы еңеүсеһе Самир Латиповҡа бүләктәр тапшырылды

Самир бик талантлы малай булып сыҡты. Ул Хәнәфи Нурғәлиев конкурсында шиғыр ятлап еңеүсе булһа, был сарала беҙҙе үҙенең йырҙары менән дә ҡыуандырҙы...

Бөгөн Мәләүез районында арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләковтың тәүге китабы сығыуға 50 йыл, уның исемен йөрөткән музей асылыуға 25 тулыуға арналған саралар ойошторолоуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 1996 йылда Башҡортостандың министрҙар кабинеты һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Динис Бүләковтың исемен мәңгеләштереү тураһында ҡарар сыҡҡан була. Шуға нигеҙләнеп ошо музей ойошторола. Бөгөн ошо музейҙы балалар килеп күрҙе, республиканың бик күп әҙәбиәт музейҙары хеҙмәткәрҙәре ошо сарала ҡатнашты. Шулай уҡ был сараға Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан “Аҡбуҙат” журналы тарафынан ойошторолған конкурста еңеүсе Мәләүез ҡалаһы 9-сы гимназияһының 1-се класс уҡыусыһы Самир Латипов та саҡырылғайны. Уға “Аҡбуҙат” журналының дипломы, комикстар йыйынтығы , Гөлнара Мостафинаның “Искәндәр кисергәндәр” китабы, “Аҡбуҙат” журналы һәм туп тапшырылды. Самир бик талантлы малай булып сыҡты. Ул Хәнәфи Нурғәлиев конкурсында шиғыр ятлап еңеүсе булһа, был сарала беҙҙе үҙенең йырҙары менән дә ҡыуандырҙы. Беҙ һиңә уңыштар теләйбеҙ, Самир! Киләсәктә үҙеңдең сығыштарың менән Мәләүез сәхнәләрен генә түгел, Өфө сәхнәләрен дә шаулатырға яҙһын!
Читайте нас: