+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Май 2021, 23:46

Динис Бүләков исемендәге премия тапшырылды

Мәләүез районы Смаҡ ауылында арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләковтың тәүге китабы сығыуға - 50 йыл, уның исемен йөрөткән музей асылыуға 25 йыл тулыуға арналған сарала Динис Бүләковтың ҡыҙҙары Зөһрә һәм Миләүшә Бүләковалар ҙа ҡатнашты. Улар йыл һайын аталарының тыуған көнөндә ҡайтып, балаларға Динис Бүләков исемендәге премия тапшыра.

Быйыл да ошо премия балаларға тапшырылды. Зөһрә Бүләкова сәхнәгә саҡырып, ҡулдарына конверттар бирҙе. Был премияны алып ҡыуанған балалар:
Байгилдина Земфира (2 класс)
Байгилдина Асия (3 класс)
Байгилдин Илнур (3 класс)
Байгилдин Илһам (3 класс)
Йәрмөхәмәтова Ынйы (3 класс)
Байгилдина Наҙгөл (5 класс)
Зөбәйеров Илназ (5 класс)
Байгилдин Илсаф (6 класс)
Йәнбирҙина Әминә (6 класс)
Байгилдина Зөлхизә (7 класс)
Байгилдина Нурзилә (7 класс)
Унан тыш, М. Кәримов исемендәге фонд етәксеһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримованың да бүләктәре алып киленгәйне. Уларҙы Зөһрә Бүләкова түбәндәге уҡыусыларға тапшырҙы:
Ғәлимова Әҙилә (1 класс)
Мусина Розалина (3 класс)
Кучекаев Радмир (4 класс)
Татлыбаев Ислам (4 класс)
Ғәлимов Данияр (5 класс)
Шағманова Нурзилә (5 класс)
Шәйәхмәтов Асҡар (5 класс)
Йәнбирҙин Ислам (5 класс)
Ихсанов Динислам (4 класс)
Йәнбәкова Индира (4 класс)
Сара юғалы кимәлдә үтте. Балаларҙың күп ҡатнашыуы ҡыуандырҙы.
Читайте нас: