+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Май 2021, 10:13

"ТУҒАН ТЕЛДӘРҘЕ УҠЫТЫУҘЫҢ СИФАТЫН АРТТЫРЫРҒА КӘРӘК"

тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Башҡортостандың Мәғарифте үҫтереү институтында уҙған «Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү системаһында милли телдәр» исемле семинар-кәңәшмәлә.

"Туған тел дәрестәренең киләсәге ата-әсәләрҙең ирекле ихтыяры аҫтында ҡалған икән, беҙҙең маҡсат — туған телдәрҙе уҡытыу сифатын мөмкин тиклем арттырыу. Әлеге ваҡытта мәғариф тураһында федераль законда һәм төбәк ҡануниәтендә "милли мәктәп" тигән төшөнсә сағылыш тапмаған. Беҙ Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Республика Башлығы менән берлектә был етешһеҙлекте ҡаплаған, этно-мәғариф ойошмаларына хоҡуҡи нигеҙ булған закон проектын төҙөнөк һәм Дәүләт Думаһының иғтибарына тәҡдим иттек. Яуап итеп, Дума депутаттары был ҡанун проектын камиллаштырыу өсөн кире ҡайтарҙы. Беҙ быға әҙер инек һәм ошондай яуап закондың ҡабул ителеү ихтималлығын иҫбатлай. Шулай уҡ Дәүләт думаһы нигеҙендә туған телдәрҙе уҡытыу мәсъәләһе буйынса түңәрәк өҫтәл дә планлаштырылған. Һәм был осраҡта беҙгә күп милләтле ата-әсәләр йәмәғәтселегенең берҙәм фекеренә таяныу мөһим. Туған телдәрҙе уҡытыу кәрәклеген бер генә төбәк түгел, ә башҡа милли республикалар һәм региондар яңғыратырға тейеш".
Читайте нас: