+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Май 2021, 17:41

"ХАЛЫҠ-АРА ҒАИЛӘ КӨНӨ МЕНӘН!"

Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйтетдинов барлыҡ ғаиләләрҙе бөгөнгө матур көн менән ҡотлап, именлек-һаулыҡ, татыулыҡ, һәр баланың тормош юлы уңыштарға, матур ваҡиғаларға бай булыуын теләй. Артабан сайтта уҡығыҙ.

Ниндәй генә ғаиләне алма, һәр береһенең үҙенең генә матур бер сифаты була. Ҡайһы бер ғаиләләр музыкаға һәләте менән айырылып тора, кемдәрелер ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тотоуы менән билдәле, йә ул ғаиләлә аҡыллы, матур балалар үҫә...
Ә бына Миңлеғәфүр менән Гөлгөнә Зәйнетдиновтар ғаиләһе бөтә яҡлап та килгәндәр: ғаиләләре татыу, һоҡланғыс, башҡорт телен, башҡорт моңон республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләрҙә, илдәләрҙә лә танытып, тараталар.
“Минең өсөн ғаилә – үҙе бер дәүләт, уның хаҡы юҡ, – ти донъның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов бөгөнгө ғаилә көнөндә. – Кемдер бәхетте эштә күрә, кемдер –донъя гиҙеүҙә. Ә минең өсөн ғаиләм – ул донъя тотҡаһы. Был донъяла йәшәйһең икән, һинең бына ошо бәләкәй дәүләтең булырға тейеш. Бала тәрбиәһенә, уны уҡытып кеше итеүгә бер нәмә лә йәлләмәҫ кәрәк. Балаға ғаиләлә дөрөҫ, уңышлы тәрбиә бирһәң, аҙаҡ, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡас, уны бәхетле, уңышлы тормош көтә...”
Миңлеғәфүр менән Гөлгөнә бала тәрбиәһендә генә түгел, ғөмүмән, тормошҡа ҡарата бер уйлы, бер фекерле. Өс балаларының да алдарына ҡуйған маҡсаттарын, һәр мәсьәләгә булған ҡараштарын, үҙ аллы булырға ынтылыуҙарын хуплайҙар, кәңәштәрен биреп, теләктәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәләр.
Бөгөнгө көндә өлкән ҡыҙҙары Ләйсән дә, атаһы кеүек үк, башҡорт моңон, мәҙәниәтен донъя кимәлендә танытырға маҡсат алған. Башҡорт, рус, инглиз, төрөк телдәрендә иркен аралаша, ҡытай телен яҡшы аңлай, сит илдәрҙә курстар үтеп тора. Улдары Азамат, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып, БДПУла музыка (ҡурай) буйынса уҡыуын дауам итә. Ә бәләкәс Илүзә М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияла 3-сө класта уҡып йөрөй. Бейеү түңәрәгенә йөрөй.
Читайте нас: