+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Май 2021, 10:55

ИЗГЕ УРАҘА ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!

Аҡъяр ауылы 3-сө һанлы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһында мосолмандарҙың төп байрамы - Ураҙа ғәйете тураһында бик кәрәкле дәрес үткән. Балалар байрамдарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белергә тейеш!

Изге Ураҙа ғәйете көнө уңайынан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында педагогтар тарафынан балаларға Ураҙа ғәйете – мосолмандарҙың көтөп алған байрамы булыуы тураһында әңгәмәләр үткәрелде. Ә “Сулпылар” өлкәндәр төркөмө тәрбиәсеһе В.Л.Байсурина балаларға Факиһа Туғыҙбаеваның “Ураҙа байрамы” исемле хикәйәһен уҡыны. Балалар ҡыҙыкһынып тыңланы. Башҡорт халҡының бик борондан килгән “Әйенселәү” йолаһы хаҡында ла белде кескәйҙәребеҙ. Элегерәк тәм-том булмағанда, ата-бабаларыбыҙ бала саҡта әйенселәгәндә, уларға бутҡа бешереп ашатҡандар, сөнки бутҡа элек иң тәмле ризыҡ, саҙаҡа булған, ә тәмле кәнфиттәр ул ваҡытта булмаған.
Ураҙа ғәйете байрамы көнөндә балалар тоҡсай тотоп, өйҙән-өйгә йөрөп әйенселәй. Өй һайын ололар уларҙың тоҡсайҙарына тәм-том, ризыҡ һалып сығара. Ауыл ерендә өй буйлап әйенселәү йолаһы – бик күңелле күренеш. Һәр бер өйгә ингән һайын кескәйҙәр, изге теләктәр теләп, рәхмәт әйтеп сығалар. Ошо әйенселәү йолаһы хәҙергесә һаҡланған. Ураҙа байрамы көнөндә халыҡ мәсеткә йыйыла, ғаилә, туғандар менән бергә йыйылып аралаша, ҡунаҡҡа саҡырыша.

Башҡорт теле уҡытыусыһы Ә.Ф.БАЙМЫРҘИНА.
Читайте нас: