+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Май 2021, 09:00

МОСТАЙ КӘРИМ. МИН ФРОНТҠА КИТӘМ!

#БөйөкЕңеү#Башҡорт әҙәбиәтенең үлемһеҙ полкы#Аҡбуҙат журналыМОСТАЙ КӘРИМ. МИН ФРОНТҠА КИТӘМ!Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!Эйәрләне атай, ялын үреп,Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысыныңҘур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! Ышан, атай, һин эйәрләп биргәнАҡбуҙтым минең абынмаҫ,Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,Һуғарырмын дошман ҡанында. Йыуырмын мин фашист ҡаны менәнИлем күкрәгенең яраһын,Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙаҮс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,Һылыуһарын һаҡлап илемдең,Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,+Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең, Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн -Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Эйәрләне атай, ялын үреп,

Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Ышан, атай, һин эйәрләп биргән

Аҡбуҙтым минең абынмаҫ,

Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,

Һуғарырмын дошман ҡанында.

Йыуырмын мин фашист ҡаны менән

Илем күкрәгенең яраһын,

Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа

Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.

Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,

Һылыуһарын һаҡлап илемдең,

Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,

+Гүзәллеген һаҡлап Иҙелдең,

Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,

Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн -

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Читайте нас: